Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсми Мәскәү Американың һайланған президенты Дональд Трамҡа Рәсәйҙең компроматы бар тигән хәбәрҙе ике яҡлы мөнәсәбәттәргә аяҡ салырға тырышыу, тип баһаланы. Трамп киң мәғлүмәт сараларында баҫылған был мәҡәләләрҙе ялған тип белдергән һәм  “сәйәси һунар” тип атаған.

Яңы С-400  системаһы менән йыһазландырылған зенит-ракета полкы  Мәскәү өлкәһендә хәрби һаҡҡа баҫты. Рәсәй оборона министрлығы Һауа-космос көстәре ошондай тағы ла 4 система менән тәьмин ителәсәк, тип хәбәр итте. Яңы С-400 системаһы Мәскәү һәм илдең үҙәк сәнәғәт райондарын һауа һөжүменән һаҡлаясаҡ.

Германия канцлеры Ангела Меркельдың рейтингтары түбән тәгәрәй. ДПА агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, кисә генә Меркель рейтингы 3 процентҡа түбәнәйгән. Бундестагтағы сығанаҡтар хакимлыҡ итеүсе коалиция канцлер вазифаһына икенсе кандидатура тәҡдим итергә йыйына, тип хәбәр итә.

Дакар раллиһының тағы ла бер өлөшө булмаясаҡ. Көслө ямғырҙар сәбәпле ер ишелгәс ойоштороусылар 977 саҡырымға һуҙылған туғыҙынсы этапты үткәрмәҫкә булған. Быға тиклем алтынсы этап үтмәне, бишенсе һәм етенсе этаптар ҡыҫҡартылғайны. хәҙер инде унда ҡатнашыусылар төрлө юлдар менән унынсы этапҡа старт биреләсәк унырға барып етергә тейеш.

Яндекс.Метрика