Стәрлетамаҡта төҙөлөшкә өлөшләтә аҡса индереүселәр фатирһыҙ ҡалыуы ихтимал

Стәрлетамаҡта төҙөлөшкә өлөшләтә аҡса индереүселәр фатирһыҙ ҡалыуы ихтимал.

 Баҡтиһәң, йортто төҙөүсе ойошма хужаларға әйтмәйенсә хәләл аҡсаға алынған фатирҙарҙы банкка залогҡа һалған. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Николаев урамында йәшәүселәр аҡсаһын ғына түгел, хатта яҡындарын да юғалта башлаған. Билдәле булыуынса, яңы төҙөлгән йортта улар һатып алған фатирҙар банкка залогҡа һалынған. Һөҙөмтәлә ғүмере буйы йыйған аҡсалары елгә осҡан булып сыға. Алданған кешеләрҙең һаны йөҙҙән ашыу. Уларҙың һәр ҡайһыһы төрлө ысул менән был фатирҙарҙы һатып алған. Был хужалар фатирын ошо йорттарҙы төҙөүсе Берҙәм сауҙа-һатып алыу компанияһынан алған. Һатып алғанда улар алдан төҙөлгән килешеүгә генә риза булып,  сумманы тулыһынса төҙөүсе компанияға биргән. Ә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһындағы килешеү бөтөнләй булмаған. Субподрядсыларҙан һатып алған кешеләр ҙә шул хәлдә тороп ҡалған. Ә төҙөүсе компания вәкилдәре подрядсыларға бөтөнләй бындай хоҡуҡ бирмәнек, был килешеүҙәрҙең барыһы ла законһыҙ, ти. Ә компанияның генераль директорына ҙур күләмдәге мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.  Енәйәт эше барғансы мөлкәтте файҙаланыу тыйыла. Шуға ла был ике йортта йәшәгән кешеләрҙе әлегә урамға бер кем дә ҡыуып сығара алмай. Алданған фатир хужаларының мөлкәттәре үҙҙәрендә ҡалырмы, әллә банкка тапшырылырмы – суд ҡарары тиҙҙән билдәле буласаҡ. 



Последние новости

Яндекс.Метрика