Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп киҙеүе сәбәпле мәктәптәрҙә каникулдар оҙайтылды

  • Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп киҙеүе сәбәпле мәктәптәрҙә каникулдар оҙайтылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп киҙеүе сәбәпле мәктәптәрҙә каникулдар оҙайтылды.

Өфөлә балаларҙы дистанцион формала уҡытыу буйынса саралар күрелә. Әлегә өлкәндәр араһында эпидемия кимәле юғары, әммә балалар араһында ла ауырыусылар көндән-көн арта. Шулай уҡ Башҡортостанда «гонконг киҙеүе» лә теркәлгән. Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы станцияһына мөрәжәғәттәр һәм шылтыратыуҙар артҡан. Уҙған йылдың тәүге аҙнаһында йоғошло инфекция менән тәүлегенә 100-ләп кенә кеше мөрәжәғәт итһә,  быйыл уларҙың һаны  600-ҙән ашып китә. Республикала  әле йоғошло вирус  менән 24 меңдән ашыу кеше ауырый.



Последние новости

Яндекс.Метрика