Вьетнамда Башҡортостан һәм Бариа-Вунгтау виләйәте етәкселеге хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

  • Вьетнамда Башҡортостан һәм Бариа-Вунгтау виләйәте етәкселеге хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы | ГТРК «Башкортостан»

Вьетнамда Башҡортостан һәм Бариа-Вунгтау виләйәте етәкселеге хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Документта сауҙаны, инвестиция хеҙмәттәшлеген нығытыу һәм үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, шулай уҡ фән, һаулыҡ һаҡлау, туризм, мәҙәниәт өлкәләрендә бәйләнештәр булдырыу хаҡында һүҙ бара. Бариа-Вунгтау провинцияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһында үткән эшҡыуарлыҡ форумында хеҙмәттәшлектең аныҡ йүнәлештәре тикшерелде. Вьетнам Башҡортостанға диңгеҙ аҙыҡтарын, еләк-емеш, еңел сәнәғәт тауарҙарын оҙатырға, шулай уҡ республика биләмәһендә яңы, атап әйткәндә, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә предприятиелар төҙөү өсөн аҡса һалырға әҙер. 

Яндекс.Метрика