Бөгөн Рәсәйҙә иҫке стиль буйынса Яңы йыл билдәләнә

Бөгөн Рәсәйҙә иҫке стиль буйынса Яңы йыл билдәләнә.

Был дата күптәр өсөн әһәмиәтле, шуға ла уны байрам итеү күркәм йолаға әүерелгән. Бүләктәр тапшырып өлгөрмәгәндәр өсөн дә тағы ла мөмкинлек тыуа. Ә бүләктең ниндәйен һайларға?  Ағасты яндырып һүрәт төшөрөү иң үҙенсәлекле шөғөлдәрҙең береһе. Айнур Ғибәҙуллин да ошо ижади эш менән мауыға. Тәүҙә яҡындарының  ғына фоторәсемен төшөрһә, хәҙер уның эштәре илдең төрлө тарафтарына юллана. Татьяна Алатерцева ла үҙ ҡулдарың менән эшләнгән бүләк ҡәҙерлерәк, тип иҫәпләй. Шуға ла “декупаж” тип аталған биҙәү ысулын өйрәнеү буйынса  оҫталыҡ дәресенә килгән. Әлфиә Усманова әйтеүенсә, бигерәк тә Яңы йыл байрамдарында кешеләр күңел йылыһы һалынып эшләнгән бүләктәргә өҫтөнлөк бирә. Өфөлөләр бүләктәргә яҡынса ун мең самаһы аҡса китә, ти. Тимәк үҙ ҡулың менән эшләгән әйберҙәр яҡшыраҡ ҡына түгел, арзаныраҡ та сыға. Бүләктең ниндәйе генә түгел, нисек бүләк итеүеле лә әһәмиәтле. Бигерәк тә, балалар өсөн теләп алған әйберҙәрен Ҡыш бабай тапшырһа, икеләтә ҡыуаныслы. Михаил Коротков та ейәнсәрен ошо образда ҡотларға булған. Әйткәндәй, быйыл кескәйҙәр Ҡыш бабайҙан техника: металл эҙләүсе ҡорамал, планшет, смартфон һәм йәнһүрәттәрҙәге уйынсыҡтарҙы бүләк итеүҙе һораған.  

Яндекс.Метрика