Борай районында тиҙҙән үҙенсәлекле һауыҡтырыу комплексын төҙөү башлана

Борай районында тиҙҙән үҙенсәлекле һауыҡтырыу комплексын төҙөү башлана.

Унда килеүселәр маралдарҙың мөгөҙө ярҙамында  дауаланасаҡ.  Сыбар боландарҙы ҡурҡытмаҫ өсөн Андрей Ревенко үҙенсәлекле итеп һыҙғыра. Был хайуандар бер-нисә ай элек кенә Свердловск өлкәһенән килтерелгән. Һунарсылыҡ хужалығы хайуандарҙы браконьерҙарҙан һаҡлау өсөн махсус ойошторолған. Хеҙмәткәрҙәр айыу балаһын да браконьерҙар ҡулынан аралар алып ҡалған. Хәҙер ул был хужалыҡтың тулы хоҡуҡлы ағзаһы.Республикала бындай хужалыҡтар бихисап. Туризмдың ошо төрөн үҫтереү, ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау уларҙың эшмәкәрлегенә турана-тура бәйле.Борай районында һунарсылыҡ хужалығы менән генә туҡталып ҡалырға уйламайҙар. Бында маралдарҙың мөгөҙө ярҙамында  дауалау өсөн үҙенсәлекле һауыҡтырыу комплексын төҙөргә лә ниәтләйҙәр. Был йүнәлеш әле Алтайҙа  киң билдәлелек ала. Шуға ла унда туристар ағымы ла көслө. Борай инвесторҙары ла  тиҙҙән һауыҡтырыу үҙәген төҙөй башларға уйлай. Бының  өсөн 700 миллион һум аҡса кәрәк. Һунарсылыҡ хужалығы ҡатнаш финанслау шарттарында федераль ярҙамға ла өмөт итә. Тәбиғәт һаҡсылары әйтеүенсә, Башҡортостан климаты үрсеү өсөн маралдарға ла бик уңай. Борайҙа уларҙың һанын ике мең башҡа еткереү ҡарала.  Ә бының өсөн районда бөтә шарттар ҙа бар.

Яндекс.Метрика