Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Яңы С-400  системаһы менән йыһазландырылған зенит-ракета полкы  Ҡырымда хәрби һаҡҡа баҫты. Рәсәй оборона министрлығы Һауа-космос көстәре ошондай тағы ла 4 система менән тәьмин ителәсәк, тип хәбәр итте. Яңы С-400 системаһы ярымутрауҙы һауа һөжүменән һаҡлаясаҡ.

Италияла ҡаршылыҡ акциялары үтә. Халыҡ былтырғы ер тетрәүҙән зыян күргән райондарҙы тергеҙеү эштәре аҡрын барыуға ризаһыҙлыҡ белдерә. “Бюрократтар тәбиғәт ҡазаһына ҡарағанда ла күберәк үлтерә”,-тип ҡысҡырған манифестанттар. Урамдар әле булһа таҙартылмаған, йорттар тәртипкә килтерелмәгән.

Румынияла көслө бурандар сәбәпле 130 юл ябылған, поездар хәрәкәте туҡтаған. Бухарест метроһы халыҡ менән тулы. Күптәргә ҡар ҡаплаған юлдан эшкә барырға тура килгән. Айырым райондарҙа мәктәптәр эшләмәй.

Силәбе өлкәһендә экстремалдар атты сноубордҡа еккән. Шулай итеп, улар спорттың яңы төрөн уйлап тапҡан һәм уны атборд, тип атаған. Атборд бик хәүефле. 



Последние новости

Яндекс.Метрика