Өфөлә Йәштәр хоккей лигаһының Саҡырыу кубогына турнир тамамланды

Өфөлә Йәштәр хоккей лигаһының Саҡырыу кубогына турнир тамамланды.

Уйында Көнбайыш командаһы булиттар серияһында 2-1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Хәҙер Көнбайыш конференцияһы уйынсылары иҫәбендә алты ошондай награда бар. Көнсығыш конференцияһы ике тапҡыр ғына еңеү яулаған. Турнирҙа иң яҡшы хоккейсылар билдәләнде. Улар араһында Өфөнөң Толпар командаһы уйынсылары ла бар. Уйын ҡыҙыу башланды. Беренсе осорҙоң дүртенсе минутында уҡ Көнбайыш конференцияһынан Андрей Алтыбармакян шайба индерҙе һәм командаһын алға сығарҙы. Өсөнсө осор тамамланыуға 5 минут ҡалғас Көнсығыш конференцияһы командаһы капитаны Кирилл Цулыгин күк линия янынан шайбаға һуға, ул Антон Ковалевҡа тейеп, ҡапҡаға инә. Шулай итеп, төп ваҡыт тигеҙ 1-1 иҫәбенә тамамланды. Өҫтәмә ваҡытта ла еңеүсе асыҡланманы. Булиттар серияһында Көнбайыш конференцияһы хоккейсылары отҡорораҡ булып сыҡты. Шайбаларҙы йәнә Андрей Алтыбармакян һәм Никита Лощенко индерҙе. Уйын аҙағында иң яҡшы хоккейсылар билдәләнде. Улар Толпар командаһынан Кирилл Цулыгин, Омск ҡарсығалары клубынан Антон Ковалев, Ҡыҙыл Армия командаһынан Павел Подлубошнов һәм Көмөш Арыҫландар клубынан Андрей Алтыбармакян. Хоккейсылар был ял көндәре үтәсәк Йондоҙҙар матчында Континенталь хоккей лигаһы уйынсылары менән бергә сығыш яһаясаҡ. Иртәгә Өфөлә следж-хоккей буйынса Ҡитға Кубогына турнир башлана. Ике көн барасаҡ уйындарҙа Италия, Чехия, Рәсәй һәм Ҡытай йыйылма командалары ҡатнаша. 19-сы ғинуарҙа Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының, ә шәмбе һәм йәкшәмбе Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчы ҡаралған. 



Последние новости

Яндекс.Метрика