- ҺУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР
- Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар арта
Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар арта
Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар арта. Киҙеү кимәле 44 процентҡа артып киткән.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл гриптың Гонг-Конг төрө йыш осрай. Лаборатор тикшереү юлы менән уны йоҡтороуҙың 84 осрағы асыҡланған. Балалар араһында киҙеү менән ауырыусылар күп булыуы табиптарҙы айырыуса борсоуға һала. Башҡортостанда 8 мең самаһы кеше әле грипп менән ауырый. Фажиғәле осраҡтар юҡ. Өфөлә күмәк халыҡ ҡатнашлығында саралар кисектерелә. Мәктәптәрҙә лә каникулдар оҙайтылды. Каникулдар оҙайтылһа ла, ”комендант”сәғәте үҙ көсөндә ҡала. Киске 10 — дан, иртәнге 6 — ға тиклем бәлиғ булмағандар урамда үҙҙәре генә йөрөргә тейеш түгел. Закон боҙолған хәлдә, ата-әсәләр, опекундар административ язаға тарттырыла.
- 1 из 5447
- следующая ›
Хәбәрҙәр

Майҙа Башҡортостан халҡын өҫтәмә өс ял көнө көтә
Майҙа Башҡортостан халҡын, шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, өҫтәмә өс ял көнө көтә. 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө һәм 13 май – Ураҙа байрамы. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 1, 2, 3, 8, 9, 10 һәм 13 май ял көндәре булып иҫәпләнә. 30 апрелдә һәм 12 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара...

Башҡорт дәүләт медицина университетында ҙур яңылыҡ
Студенттар яңы коллективҡа тупланған. Сумаҙандарҙа медицина ҡорамалдары, дарыуҙар, тип уйларһығыҙ. Юҡ, унда флейталар. Бер нисә минут һәм улар репетицияға әҙер.Башҡорт дәүләт медицина университеты үҙ оркестры булған республикалағы тәүге юғары уҡыу йорто. Репетицияға студенттар бер...

Үткән йыл Рәсәйҙә ҡан плазмаһын тапшырыу 15 процентҡа артҡан
Пандемия донорлыҡ тармағы өсөн бөтә донъяла ҡаты һынауҙар алып килде. Күп дәүләттәрҙә ҡан компоненттарына ҡытлыҡ барлыҡҡа килде тиелде Өфөлә үткән 13-сө Бөтә Рәсәй ҡан хеҙмәте форумында. Федераль медик-биологик агентлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова фекеренсә, был дәүләт органдарының йәмәғәт...

Төбәктә май һәм июндә, йәй аҙағында урман янғындары сығыу ихтимал
Урман янғындарына ҡаршы көрәштә хәҙер көрәк-биҙрә, һыу-ҡом ғына түгел, ә коптер ҙа кәрәк. Юғарыла осоусы был ҡоролма урмандың ҡайһы өлөшөндә ут сығыуын, уның таралыу майҙанын теүәл күрһәтә ала. “Экология” милли проектына иҫәп тота Башҡортостан урмансылары. Федераль программа сиктәрендә...

Был аҙнала Башҡортостанда ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә
Ҡотҡарыусылар халыҡты әҙер булырға саҡыра. Республиканың Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа торошо ташҡынға ҙур йоғонто яһай. Синоптиктар алдағы көндәрҙә төбәктә көндәрҙең һалҡынайыуын фаразлай. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Дуҫлыҡ монументында Ағиҙел йылғаһы бер...

КОВИД ун туғыҙҙан вакцинациялауҙы республика башлығы шәхси күҙәтеүгә ала
Был хаҡта Радий Хәбиров Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Өфө, Салауат, Учалы кеүек ҙур ҡалаларҙа коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүсе прививка яһатыу әүҙем яйға һалынған. Радий Хәбиров башҡаларҙы уларҙың тәжрибәһен ҡулланырға саҡыра. Оператив хеҙмәттәр аҙна ваҡиғалары...

Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк
Өфө уттары клубының Колизео Тинькофф холында Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк. 25-тән ашыу йыр ижад итеүсе егет әле сығышҡа әҙерләнә. Йырҙан тыш, концертҡа килгән тамашасыларҙы төрлө бүләктәр, башҡа артистарҙың сығышы көтәсәк. Йыр яҙҙырыу студияһы минең өсөн икенсе өйгә әйләнде, ти...

16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә
Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан бихисап саралар ойоштора. Социаль селтәрҙә әле бер юлы ике акция бара. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе». Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнаша ала. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. 16 апрелдә Милли кейем көнөнә бағышланған...

Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы
Ошо уңайҙан берләшмә артистары Өфөгә килде һәм тапшырыуҙарҙа, матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Көн дауамында каналда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының, филармонияның спектаклдәре һәм концерттары барҙы. Бына улар – республиканың иң үҙенсәлекле ижади коллективы артистары. 6 автобусты...

Шуҡ малай шәбәйә башланы
12 ҡаттан ҡолап төшөп тере ҡалған бала һауығыуға табан бара, тип хәбәр итә табиптар. 5 йәшлек шуҡ малай менән булған хәл бөтә илде тетрәндерҙе. Малай әле реабилитация курстары үтә. Ысынлап та, тиҙҙән был ҡыйыу малай велосипедына ла ултырыр, йүгереп тә китер. Әммә бер-ике ай көтөргө кәрәк...

Һыу баҫа
Ауылдарҙы һыу баҫыуҙан йылғаларҙағы боҙ тығындарын шартлатып ҡотолоу сараһы күрелә. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса әле 31 йорт, 272 йорт-ҡура, 11 юл участкаһы ташҡындан зыян күргән. 14 апрелгә һыу баҫыуҙың 29 осрағы теркәлһә, шуның 19-ы күҙәтеүгә...

Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла
Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр бөгөндән үҙ көсөнә...

Яҙғы-баҫыу эштәре башланды
Башҡортостандың көнбайышында бер нисә хужалыҡ баҫыу эштәрен башланы. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районы фермеры Рәмил Иҙиәтуллин ужым бойҙайын туҡландырыу эшен башҡара. Туймазы районында «Өйәҙе» крәҫтиән-фермер хужалығы ужым культураларын туҡландырыуға тотондо. Ғәҙәттәгесә...

Сираттағы рейд
Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, страховкаһы юҡ, штрафтары түләнмәгән. Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы рейд барышында ҡағиҙә боҙоусыларҙы теркәне. Бер көн эсендә генә нисә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр тотола? Ни өсөн айырыуса иғтибар таксиҙарға йүнәлтелгән? Был водитель...

Космонавт менән тура бәйләнеш
Рус драма театрында баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте мәктәп уҡыусылары өсөн космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең космонавтика Федерацияһы президенты Владимир Коваленок менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу тура бәйләнеш аша барҙы. Авиация генерал-полковнигы үҫмерҙәргә йыһан карабында...

Башҡорт балы йыһанда
Хәҙер инде 16 йыл самаһы космонавтарға өҫтәлмә ризыҡ булараҡ башҡорт балы ла бирелә. Махсус тюбиктарға йүкә һәм сәскәнән йыйылған бал һалына. Республиканан халыҡ-ара йыһан станцияһына йылына 100 кг тирәһе бал оҙатыла. 2004-се йыл ошондай консервалы банкаларҙа Башҡорт балын...

Космонавтика көнөнә арнап “Рәсәй” медия үҙәгендә матбуғат конференцияһы үтте
Унда йәш журналистарҙың һорауҙарына Өфө авиация техник университеты доценты, Рәсәй космонавтика федерацияһының Башҡортостан бүлеге ағзаһы Сергей Каменев, Рәсәй космонавтика федерацияһының Башҡортостан бүлеге башҡарма директоры Сергей Плюхов, Өфө планетарий лекторы Филипп Терехов яуап...

Ворлдскиллс Рәсәй милли чемпионатына кире хисаплама старт алды
Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең туғыҙынсы ярыштары финалы быйыл йәй Өфөлә үтә. Ворлдскиллс стандарттары буйынса ойошторолған ярыштар Рәсәйҙә һөнәрмән бәйгеләренең иң мәртәбәлеһе иҫәбендә. Унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Апрель аҙағына тиклем Рәсәйҙең 27, шул иҫәптән Башҡортостанда ла ярыштарҙың...

Радий Хәбиров ташҡын буйынса хәлде контролдә тоторға ҡушты
Оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы район етәкселәре өсөн был мәсьәләлә ишектәр һәр саҡ асыҡ булыуын белдерҙе. Ташҡынға бәйле тәүфараздарға буйһонмайынса кинәт ирегән ҡар һыуҙары республикалағы бихисап биләмәләрҙе баҫты. Дүшәмбе иртәһендә 106 йортҡа һыу инеүе хаҡында хәбәр ителде. Шуларҙың байтағы...

Тәлғәт Тажетдин ҡотлауы
Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин мосолмандарҙы изге Рамаҙан айы башланыу менән ихлас ҡотланы. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, рухи һәм физик яҡтан сафланыу, тыйылған сара һәм күренештәрҙән ситтә тороу мөмкинлеген бирә, тине ул һәм пәйғәмбәр өммәтенән...

Бөгөн Ураҙа айының беренсе көнө
Ураҙа – ул быуаттар буйы кешеләрҙең рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлек һәм изгелеккә ынтылышын сағылдыра. Ураҙа – изгелек, игелек билдәһе, миһырбанлыҡ һәм мәрхәмәтлеккә өндәүсе ай. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу.

Өфөлә йәшәүсе табип дәүләт наградаһы алды
Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – «Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән Өфөнөң 18-се һанлы поликлиникаһында эшләүсе йәш табип Азамат Ғиззәтуллин бүләкләнде. Үткән йәй тап ул бәләкәй малайҙы үлемдән ҡотҡара. Төрлө төҫтәге шарҙар һәм бүләкте Азамат Ғиззәтуллин үҙенең бәләкәй дуҫына...

“Ҡанатлан” форумы
Сығарылыш уҡыусыларын үҙ аллы тормошҡа әҙерләү һәм потенциалдарын асырға ярҙам итеү. Өфөлә 3-сө тапҡыр үткән “Ҡанатлан” форумының төп маҡсаты ошоларҙан ғибәрәт. Күләмле сарала уҡыусы балаларҙың психик һаулығын хәстәрләү, хәүефһеҙ интернет, туҡланыу, уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре лә көн...
- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »