Һауанан көрәктәр яуа башлаған

Һауанан көрәктәр яуа башлаған.

Интернетта килеп сыҡҡан видеояҙманан күренеүенсә, ҡыйыҡ башын таҙартып йөрөгән кеше аҫҡа ҡарай көрәген ырғыта.  Ул  автомобиль өҫтөнә килеп төшә һәм ҡыйығын йәмшәйтә. “Был хәл Борисоглебского урамында булды, аҙаҡ машина хужалары сығып, хеҙмәткәр менән әрләште,” тип яҙған ошо видеоны төшөргән шаһит. Ә йортто хеҙмәтләндереүсе 45-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһы был беҙҙең хеҙмәткәрҙәр түгел, ә подряд ойошмалары тип аҡлана.

Яндекс.Метрика