Зәңгәр экрандар аша үҙенә ғашиҡ иткән кеше

Зәңгәр экрандар аша үҙенә ғашиҡ иткән кеше. Һүҙ Рәсәй-Башҡортостан каналының алып барыусыһы Флүрә Мурзина тураһында. Беҙҙең коллеганы Республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы 2016 йыл йомғаҡтары буйынса  “Дәүләт телдәрен иң өлгөлө белеүсе диктор” тип иғлан итте.  Иленә, эшенә, туған теленә мөхәббәтен мең ҡат иҫбатлаған Флүрә Ишбулат ҡыҙы тураһында хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова сюжеты.

Был 2017 йылдың тәүге сығарылыштарының береһе. Ниндәй тауыш, ниндәй ҡараш, ниндәй кәйеф менән әйткәнмен. Көн һайын ҡайтып ҡарайым.

Флүрә Мурзина. 1982 йылдан алып Башҡортостан телевидениеһының алмаштырғыһыҙ һәм көслө дикторы.

Оҫталыҡтың сере ябай, ләкин ул ныҡышмалдар өсөн генә асыҡ – көндәлек тырышлыҡ, тынғыһыҙ хеҙмәт, яратҡан эшеңә тулыһынса бирелеү.

Вадим Һаҙый улы Флүрә Ишбулат ҡыҙының төп кәңәшсеһе, хатта тәнҡитсеһе лә. Бер эфирын да ҡалдырмай, яҡын кешеһенә үҫеүгә һәм оҫталығын шымартыуға шарттар тыуҙырыусы. 20 йылдан ашыу ваҡытты үҙ эсенә алған тап ул яҙҙырып һаҡлаған видеоархив – ошоға дәлил.

Был кассеталарҙа 94-се йылдан алып бөгөнгәсә бөтә республиканың тарихы һаҡлана, тиһәк бер ҙә хата булмаҫ. Флүрә Ишбулат ҡыҙының һәр эфиры ғына түгел, хатта ошо арауыҡта уның менән бергә эшләгән хәбәрселәрҙең дә репортаждары бар. Күҙ алдына килтереүе лә ауыр: ошо кассеталарҙа һәм дисктарҙа 5 мең сәғәтлек мәғлүмәт тупланған.

Күңеле яҡты кешенең эше лә яҡшы бара, тиҙәр.  Флүрә Ишбулат ҡыҙы Мурзина студияға ғына түгел, өс тула ун биш минуттан Рәсәй-Башҡортостан һәм Башҡортостан-24 каналдарын ҡараусы һәр тамашасының йортона ла йылылыҡ һәм яҡтылыҡ бөркөп килеп инә.

Яуаплылығығы, ғәҙеллеге һәм әҙәплелеге менән йәмғиәттә абруй ҡаҙанған шәхес -  беҙҙең йәш журналистар өсөн бөтә яҡлап та өлгө  һәм баһалап бөткөһөҙ тәжрибә сығанағы.

Эйе, саф һәм таҙа башҡорт телендә һәр телевизор ҡараусының күҙҙәренә бағып, Башҡортостан хәбәрҙәрен еткергән ваҡытта һәр һүҙенең хаҡлығын белеп, һәр мәғлүмәтте йөрәге аша үткәреп, артабан тапшырыуы -  абруйлы дикторҙың башҡарған эшен тағы ла мәртәбәлерәк итә.

Республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының 2016 йыл йомғаҡтары буйынса  Флүрә Ишбулат ҡыҙы Мурзинаны “Дәүләт телдәрен иң өлгөлө белеүсе диктор” тип иғлан итеүе – уның иленә, эшенә, туған теленә булған мөхәббәтен мең ҡат иҫбатлай.



Последние новости

Яндекс.Метрика