Көслө ҡар яуғандан һуң юлдарҙа автомобилдәр эҙенән тәрән соҡорҙар барлыҡҡа килде

Көслө ҡар яуғандан һуң юлдарҙа автомобилдәр эҙенән тәрән соҡорҙар барлыҡҡа килде. Был иһә аварияларҙың артыуына сәбәпсе булды. Водителдәр юлсыларҙы судҡа бирергә йыйына.

Рәмил Иманғоловтың ҡатыны эшенә китеп барғанда колеяға эләгә һәм ҡаршы юлға сығып китә. Унда ул тағы ла ике автомобиль менән бәрелешә. Рәмил хәҙер юлдың насар торошо өсөн ҡала хакимиәтен судҡа бирергә йыйына.

Һуңғы көндәрҙә Өфөлә тиҫтәләгән авария теркәлде. Хәҙер улар машиналарҙы ремонтлау сығымдарын иҫәпләй. Ҡайһы бер автоһәүәҫкәрҙәр водителдәрҙең йөрөтөү тәжрибәһе юҡ, тип белдерә.

Ә юл таҙартыусылар, киреһенсә, автомобиль хужаларын ғәйепләй. Улар урамда торған машиналар арҡаһында юлдарҙы яҡшылап таҙартып булмай, тип зарлана.

Юлдарҙы тәртипкә килтереү буйынса бер-нисә ойошма шөғөлләнә. Бынан тыш, күҙәтеү органдары бар. Мәҫәлән, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы ошо турала акттар яҙып, юридик ойошмаларға ебәреп тора.

Аварияларҙы кәметеү маҡсатында Өфө урамдарының ҡайһы бер өлөштәрендә тиҙлек сикләнде.  Әммә авариялар кәмемәне. Өфөлә биш водитель юлсыларҙы судҡа биргән. Улар Сипайлово тауында колея сәбәпле юл-транспорт фажиғәһенә тарыған.

Яндекс.Метрика