Ҡалын ҡарлы урманда йәнлектәр нисек ҡышлай?

Быйыл ҡайһы бер райондарҙа күпләп ҡар яуҙы. Бынан тыш, ҡаты һалҡындар булды. Ҡарҙың ҡалын һәм көндәрҙең һыуыҡ булыуы йәнлектәргә ризыҡ табырға ҡамасаулай. Ҡырағай хайуандарҙы хәстәрләп инспекторҙар йәйҙән бесән, фураж әҙерләй, башҡа ризыҡтарҙы, хат та тоҙ хәстәрләп ҡуя. Был эш менән дәүләт һәм шәхси һунарсылыҡ биләмәләрендә шөғөлләнәләр.

Һунарсылыҡ биләмәһенең дөйөм майҙаны 36 мең гектарҙан ашыу, ә беренсе участканыҡы 10 мең самаһы. Быйыл ҡар күп булыу сәбәпле ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу урындарына тик ҡарғиҙәрҙәрҙә генә барырға була. Егерҙәр көн һайын ошолай 50 саҡрымдан ашыу юл үтә.

Беҙ әле ҡыр сусҡаларын ашатырға барабыҙ. Ташлы һунарсылыҡ биләмәһендә ошондай 10 урын иҫәпләнә. Уларҙа 240-ған ҡабан бар. Ҡыр сусҡаһы ныҡ һиҙгер хайуан һәм күҙгә салынманы.

Һунарсылыҡ биләмәһендә вольер ҙа бар. Инспекторҙар унда йәйҙән үк бесән әҙерләп ҡуйған. Ә ҡышын борсаҡ, арпа килтерә, тоҙын яңыртып тора. Бында 40-ған болан йәшәй.

Вольерҙа ҡуян, төлкө, һеләүһен дә йәшәй. Айырым һаҡланған биләмәгә мышылар ҙа килеп сыға.

Әйткәндәй, инспекторҙар ҡышын республика биләмәләрендәге урмандарҙа кейек-януарҙарҙың иҫәбен алыу менән дә мәшғүл. Улар бының өсөн ҡарҙа ҡалған эҙҙәрҙе иҫәпләй.

Быға тиклем Иглин районында ҡабандар һәм боландарҙың һаны аҙ булған. Уларҙы Татарстан республикаһынан һәм Ярославль өлкәһенән килтереп, арттырыуға өлгәшкәндәр. Хәҙер, инспекторҙар ҡалын ҡар һәм һыуыҡтар ваҡытында ҡырағай йәнлектәрҙең һанын кәметмәҫ өсөн көн аша ризыҡ менән тәьмин итә. 

Яндекс.Метрика