Экология мәҙәниәтле булырға тейеш

Экология мәҙәниәтле булырға тейеш. Был йәһәттән балалар ҙа үҙ проекттарын әҙерләгән. Туймазы ҡалаһында йәшәүсе туғыҙ йәшлек Реналь Хәбиров сафтан сыҡҡан батарейкаларҙы йыйыу өсөн махсус контейнерҙар эшләй. Электр тогы сығанағы  ҡумталарға тупланып, айырым урында эшкәртелә.

Туймазы халҡы Реналь Хәбировты яҡшы белә. Ҡала мәктәптәренең береһенең өсөнсө класс уҡыусыһы, иҫкергән батарейкаларҙы йыйыр өсөн ҡаланың бер-нисә сауҙа үҙәгендә махсус контейнерҙар ҡуйып сыҡҡан.

“Батарейка” проектын  Реналь үҙенең  ғилми етәксеһе менән эшләй. Әүҙем үҫмер 9 йәшендә уҡ Рәсәй кимәлендә ойошторолған төрлө ярыштарҙа еңеү яулаған. Ябай тәҡдим хәҙер ҙур проектҡа әйләнеп, республика кимәлендә яҡлау тапҡан. Был программа Башҡортостан етәксеһенең рәхмәт хатын  алған.

Ҡабул итеү урындары, ҡаланың бер-нисә сауҙа нөктәһенә лә ҡуйылған. Был эштә, Ренальдың атаһы ла ҙур өлөшөн индергән. Ул — йыйылған батарейкаларҙы үтилләштереү яуаплылығын алған. Тик был  эш еңелдәрҙән булып сыҡмай.

Уртаҡ эшкә ҡала йүнселдәре лә үҙ өлөшөн индергән.  Туймазы ла йыйылған батарейкаларҙы, хәҙер Силәбелә эшкәртәләр.

Көндәлектә ҡулланылған ябай батарейкаларҙың хәүефе тураһында бер кемдә уйланмай. Әммә уны ташлағандан һуң, 100 йыл үткәс кенә тарҡала башлай. Ергә ташланған бер батарейка, 20 квадрат метр майҙанға ағыуылы матдә тарата.

Әлегә Рәсәйҙә батарейкаларҙы үтилләштереү буйынса бер преприятие генә эшләй. Туймазылағы проект иһә экология йылындағы иң уңышлы программалар булыр, тигән ышаныс бар. 



Последние новости

Яндекс.Метрика