Экология йылына план

Йәмғиәтте борсоған мәсьәләләр араһында тәбиғәтте һаҡлау төп урындарҙың береһен алып тора. Һулаған һауабыҙҙың, һыуҙарҙың, урмандарҙың һәм, әлбиттә, йәшәгән ауыл-ҡалаларыбыҙҙың таҙалығы һәр ваҡыт көнүҙәк. 2017 йылды “Экология йылы” тип иғлан итеү был һорауҙарға иғтибарҙы тағы ла арттыра төшә. Бөгөн үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры планға ингән саралар тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Унда граждандарҙың мөрәжәғәте, ойошма-предприятиеларҙың, йәмғиәт ойошмаларының тәҡдимдәренә  таянып 120-гә яҡын сара индерелгән. Тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән реформалар баҫыуҙарҙы биологик препараттар менән ашлауҙы йәйелдереү, һауаның торошон контролдә тотоу станцияларын, ҡояш электростанцияларын, йәшел ҡасабалар төҙөүгә ҡайтып ҡала. Ә халыҡты борсоған мөһим мәсьәләләрҙең береһе – сүплектәрҙе ойоштороу – федераль кимәлдәге проект булараҡ хәл ителә. 



Последние новости

Яндекс.Метрика