Өфөлә наркотик етештереүселәр тотолдо

  • Өфөлә наркотик етештереүселәр тотолдо | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә наркотик етештереүселәр тотолдо.

Уларҙан синтетик тилерткес матдәләр тартып алынған. Бынан тыш,  өйҙәрендә тыйылған матдәләр етештереү менән шөғөлләнеүе лә асыҡланған. Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүҙәренсә, 29 йәшлек Өфө егете ҡуртымға ике фатир алған. Тәүгеһендә ул ғаиләһе менән йәшәгән, шунда уҡ аш-һыу бүлмәһендә махсус йыһазландырылған йәшерен урында наркотик матдәләр һаҡлаған. Икенсе фатир уға мини-лаборатория булып хеҙмәт иткән, унда ул үҙенең 38 йәшлек танышы менән синтетик наркотик матдәләр етештергән. Енәйәтсел эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүселәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. 

Яндекс.Метрика