Православ Христиандар бөгөн Керәшенде билдәләй

Православ Христиандар бөгөн Керәшенде билдәләй.

Еванглиела әйтелеүенсә, беренсе быуатта Иордан йылғаһында Иоанн Предтеча Иисус Христосты суҡындыра. Был байрамды Алланың күренеүе, тип тә атайҙар. Дини ышаныуҙар буйынса тап ошо төндән алып бөгөнгө төнгә тиклем барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа бөгөн төндә иордань — уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Уның ғазаптары — кешелекте ҡотҡарыу хаҡына. Православ христиандар Иисус Христостың суҡындырылыуын – Керәшенде билдәләй. Башҡортостан, Рәсәй генә түгел, ә донъяның носрани ҡорамдары бөгәсә төндә Алла улын иҫкә алды. Тап Христостың суҡындырылыуы уның йәмәғәт алдындағы тәүге дини хеҙмәте.  Сиркәүҙәр, кафедраль ҡорамдарҙа әйтелгән вәғәздәр, маҡтау йырҙары — Алла улы Иисус Христос хөрмәтенә. Иисус Христостың суҡындырылыу урыны теүәл генә билдәле булмаһа ла, был дини йоланың Иордан йылғаһында башҡарылыуы мәғлүм. Шуға күрә, был көндәрҙә барлыҡ һыу, изге тип һанала. Мәкеләргә сумыу гонаһтарҙан арынып, насарлыҡтан ҡотолоу, тип иҫәпләй православ христандар.  Быйыл Рәсәй төбәктәрендә өс мең ярым урында иордань эшләнеп, уларҙа кәм тигәндә лә миллин ярым кеше был ғәмәлде үтәне. Һыуға сумыусылар араһында носраниҙар ғына түгел, ә үҙҙәренең  православ дуҫтары менән байрам кәйефен уртаҡлашырға килгән мосолмандар ҙа бар ине. Улар фекеренсә, мәкегә сумыу, диндән баш тартыу түгел, ә үҙеңде һынап ҡарау. Диндарҙар байрамы именлеген тәьмин итеү өсөн Рәсәйҙә быйыл ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының туғыҙ меңдән ашыу хеҙмәткәре, 2 мең ярым махсус техника, ярты мең самаһы катер- кәмә йәлеп ителде. Өфөлә уйылған төп иордандарҙың береһе – Яҡутов паркындағы һалдат күлендәге мәкелә лә үткән төндә меңгә яҡын кеше һыуға сумды. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, Керәшен төнө был урында имен үткән. Һыуға батыусылар, йә ярҙам һораусылар булмаған. Уҙған төн Башҡортостанда урыны менән 29 градуслыҡ һалҡындар торһа ла, Керәшен төнө серлелеген, уның маҡсаттарына төшөнөргә теләүселәр бихисап ине. Православ христиандар ышаныуынса, керәшен төнөндә бөтә һыу ҙа изге. Шуға күрә мәкегә сумыу – гонаһтарҙан ҡотолоу. Ә һыу былтырғыға ҡарағанда йылыраҡ. Быны беҙ үҙебеҙ ҙә тикшереп ҡарарға булдыҡ.Сиркәү ҡанундары буйынса Керәшен төнөндә һыуға сумыу мотлаҡ түгел. Руханиҙар ғына түгел, ә табиптар ҙа был мәлдә мөмкин тиклем һаҡ булырға саҡыра. Һыу инеү йөрәк –ҡан тамырҙары сирҙәре, нерв системаһы ауырыуҙары менән яфаланыусыларға ҡәтғи тыйыла. Керәшен байрамы уңайынан байрам литургиялары, дини йолаларҙы үтәү алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Тик байрам осоро менән православ христиан дине вәкилдәре ғәҙәти тормош билдәләре – кешелеклек, бер-береңә ихтирам һәм иғтибар тураһында онотмаҫҡа саҡыра. Сөнки, Иисус Христостың үткән  яфалары ла тап кешелекте кешелекле итеүгә бағышланған. 

Яндекс.Метрика