Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Дональд Трамтан нимә көтөргә? Йәмәғәт фекерен белешеү һөҙөмтәһендә Рәсәй халҡының 50 проценты тиерлек ике аралағы мөнәсәбәттәр яҡшырасаҡ, тип белдергән. Американың махсус хеҙмәттәре Рәсәй етәкселеген президентлыҡҡа кандидат Хиллари Клинтонды яманлауҙа ғәйепләгәйне. Әммә сит ил эштәре министры Сергей Лавров әйтеүенсә, Европа илдәренән айырмалы Кремль бер кандидатты ла яҡламаны.

Рәсәй һәм Төркиәнең хәрби һауа көстәре  Алеппо виләйәтендәге Эль Баб ҡалаһында “Ислам дәүләте” террор ойошмаһына ҡарата берлектәге операция башланы. Рәсәй генераль штабынан хәбәр итеүҙәренсә, ике ил килешеп террор төркөмсәһенең 36 объектын утҡа тотҡан.   

Индонезияла, Суматра утрауының төнъяғында Синабунг вулканы атылған. Унан 2 километрлыҡ көл һауаға күтәрелгән. Синабунг Индонезиялағы иң ҡурҡыныс вулкандарҙың береһе. Ул бер-нисә быуат йоҡлағандан һуң 2010- сы йылда уянғайны. Бына 7 йыл самаһы ул урындағы халыҡ өсөн етди хәүеф сығанағына әйләнгән.                 

Яндекс.Метрика