Стратегия-2030

Бөгөн Конгресс-холлда, республика иҡтисадының нигеҙен билдәләүсе предприятие-ойошмалар вәкилдәре йыйылды. Улар Башҡортостандың алдағы йылдарға үҫешен билдәләүсе Стратегия-2030 документы менән яҡындан танышы, үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. “Башҡортостанда мең дә бер кисә”. Ҡариҙел районынан 11-се класс уҡыусыһы Марсель Хәбибов 2030 стратегияһына индергән тәҡдименә шундай атама бирә. Киләһе ун өс йылда ул Башҡортостанды үҫешкән туризм төбәге булараҡ күрә. Стратегик инициативаларҙы иһә Мәскәүҙәге Сколково идара мәктәбендә уҡыған дәрәжәле белгестәр тәҡдим итте. Улар киләсәккә бурыстар билдәләр өсөн төбәктең үткән биш йылдағы эшмәкәрлеген ентекләп тикшергән. Һәм республиканың 2030 йылға үҫешен 5 тармаҡта берҙәм алып барырға тәҡдим итә. Был йәһәттән бизнес, власть һәм халыҡ бер-береһенә ышанып һәм таянып эш итергә тейеш һәм республикала донъя кимәлендәге конкуренцияға торорлоҡ юғары технологиялы һәм сифатлы тауар етештереп инвесторҙар менән ҡулланыусыларҙы киң йәлеп итеү мөһим, тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта төбәктә кеше мөмкинлектәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә баҫым яһай. Фекер алышыуҙар интерактив тәртип алды. Тауыш биреү өсөн 150 эксперт саҡырылған. “Был документ бәлки бөтә йүнәлештәрҙе иҫәпкә лә алмағандыр, әммә ул бөгөнгө ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән, төбәктең үҫешендә уны терәк булараҡ ҡулланасаҡбыҙ”, — тине Республика башлығы Рөстәм Хәмитов. Стратегия 2030 инициативаһы буйынса йәмғиәттә күмәк фекер алышыуҙар ойошторола. Төбәк етәксеһе Башҡортостандың киләсәген билдәләүҙә йәмәғәтселектең әүҙем ҡатнашыуын хуплай. Фекер алышыуҙарға тап бөгөн старт бирелде. Киләһе йәй бар фекерҙәр һәм төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алынып 2030 стратегияһын рәсми ҡабул итеү көтөлә. Башҡортостандың 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре етди тәҡдимдәр менән тулыланды. Стратегик инициативаларҙың маҡсаты – киләһе 13 йылда республика халыҡ йәшәйеше һәм иҡтисад күрһәткестәре буйынса илдә алдынғы 10 төбәк исемлегендә үҙенең лайыҡлы урынын алырға тейеш.

Яндекс.Метрика