Инженер ғәскәрҙәре, үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй

Инженер ғәскәрҙәре, үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Шул уңайҙан Алкино хәрби гарнизонында 12-се айырым гвардия инженерҙар бригадаһы ғәсҡәрҙәренең сираттағы махсус күнекмәләре үтте. Кинологтар, саперҙар, хәрби техника, шартлау тауыштары. Былар барыһы ла ысын яу яланын хәтерләтә. Инженерҙарҙа махсус костюм һәм тимер эҙләү ҡоролмаһы менән ҡоралланған. Яңыраҡ ҡына сафҡа индерелгән мина эҙләү техникаһы ҡулдан эшләнелгән шартлатыу ҡоролмаларын эҙләүгә тәғәйенләнгән. Ул электр, йә микросхемалары булған ҡоролмаларҙы таба. Һөнәри байрамдарын, һалдаттар күнекмәләр менән ҡаршы ала. Һәр һалдаттың үҙ бурысы. Ваҡыт көтмәй. КАМАЗ машинаһы нигеҙендә эшләнгән яңы күпер ике ярҙы, ун ике минут эсендә тоташтырырға тейеш. УР-77 машинаһы инженерҙарҙың арсеналында ҙур урын алып торған техника. Был техниканың тиңе юҡ.Яланды миналарҙан таҙалау өсөн тәғәйенләнгән был техника, әле лә махсус хеҙмәттәрҙә киң ҡулланыла. Һалдаттар араһында “Змей Горыныч” тип аталған был хәрби машина, 90 метр ерҙе миналарҙан таҙалай.Хәрби техниканан тыш, инженер ғәскәрҙәре, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү ҙә лә ҡатнаша. Хәйбулла районында былтырғы ҡар тотҡононан улар күп кешене ҡотҡарған. Күнекмәләр уңышлы тамамланды. Әммә етәкселек айырым етешһеҙлектәр барлығын билдәләй. Дөйөм алғанда, 12-се айырым гвардия инженерҙар бригадаһы ғәсҡәрҙәре үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә тулыһынса әҙер.



Последние новости

Яндекс.Метрика