Үҫеш биләмәләре

Башҡортостандың  моноҡалалары, хәҙер инде алдынғы үҫеш биләмәләре, артабанғы маҡсаттарҙы билдәләй. Федераль програмаға ярашлы, Бәләбәйҙә генә өс йөҙҙән ашыу кешегә яңы эш урындары булдырыла. Ҡалаға инвесторҙар кәм тигәндә лә ике милилард ярым һум аҡса бүлергә тейеш. Ошо турала республиканың моноҡалаларына бәйле кәңәшмәлә  әйтелде. Ун һигеҙенсе быуатта уҡ өйәҙ ҡалаһы Бәләбәй Башҡортостандың  көньяҡ-көнбайышы өсөн сауҙа үҙәгенә әйләнә. Ул саҡтағы  Өфө  губернаһы сауҙагәрҙәренең 41  процентының үҙ аҡсаһын тап Бәләбәйҙә туплауы ҡаланың иҡтисади яҡтан алға китеүенә булышлыҡ итә. Хәҙерге Бәләбәйҙең тарихы иһә һикһәненсе йылдарҙа “Автонормаль” йәмғиәтенә туранан-тура бәйле. Донъя кимәлендә танылыу яулаған тауарҙар сығарған завод заманында һигеҙ мең самаһы кешене эш менән тәьмин итә. Тик үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда предприятие көрсөк хәлендә ҡала. Тап ошо сәбәпле, Бәләбәй, халҡының социаль хәлен яҡшыртыу йәһәтенән ҡала үҫеш биләмәһе, тип иғлан ителде. Бәләбәй хәҙер инвесторҙар көтә. Ҡалала үҙ базаһын булдырып, һалым ташламалары менән ҡулланған йүнселдәр ҙә юҡ түгел. Бәләбәйгә яҡын арала инвесторҙар ике миллиард ярым һум аҡса бүлергә тейеш. Тик эшҡыуарҙарға талаптар ҡаты. Финанс һалыуҙар күләме кәм тигәндә лә биш миллион һум һәм  предприятиелар кәм тигәндә лә егерме кешегә хеҙмәт урындары булдырырға тейеш. Алдынғы үҫеш биләмәһе программаһында ҡатнашыусылар өсөн был төп ҡағиҙә. Башҡортостан моноҡалалары үҫеше Сочиҙағы иҡтисад форумында ла ҡараласаҡ. Февралгә тәғәйенләнгән форум Бәләбәй менән Күмертау ғына түгел, ә Нефтекама, Учалы, Белорет һәм Благовещен өсөн дә ҡыҙыҡлы буласаҡ. Хөкүмәт Премьер-Министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә төбәктең эшлекле даирәләре тап яңы инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр үткәрергә ниәтләй. Миңә керәндил бирегеҙ әле. Алығыҙ, хаҡы егерме тин.Ун һигеҙенсе быуатат Бәләбәйҙә һәр йөҙ кешегә бер кибет тура килгән. Алдынғы үҫеш биләмәләре програмаһы ла ҡалала сауҙа тормошон яҡшыртып, яңы проекттарға нигеҙ буласаҡ. 

Яндекс.Метрика