Бер сәғәткә өләсәй

  • Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй.

Өфөлә ошондай исем менән хеҙмәт күрһәтелә башланы. Уның маҡсаты – эштән бушамаған ата-әсәләргә ярҙам итеү. Мәҫәлән, педагогия һәм медицина белеме булған пенсионерҙар баланы мәктәптән ала, уны ашата, дәресен әҙерләргә ярҙам итә һәм саф һауаға алып сығып килә. Бынан тыш, ниндәйҙер һөнәргә өйрәтеү ҡаралған. Хаҡтарға килгәндә — 3 йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы ҡарауҙың бер сәғәте 150 һумға төшә. Уҡыусы менән дәрес әҙерләү – 200 һум тора. Ә баланы оҙайтылған көн төркөмөнә урынлаштырыу — айына 7 меңгә барып баҫа. Оло йәштәгеләр өйҙәге эштәрҙе башҡарырға, байрам ойошторорға, ижад менән шөғөлләнергә, сабыйҙың ата-әсәләрен ҡаршы алырға ла ярҙам итәсәк.

Яндекс.Метрика