Салауат Юлаев хоккейсылары ярҙамы менән Чернышев дивизионы КХЛ йондоҙҙары матчында еңеүгә өлгәште

Салауат Юлаев хоккейсылары ярҙамы менән Чернышев дивизионы КХЛ йондоҙҙары матчында еңеүгә өлгәште.

Үткән аҙнаның төп спорт ваҡиғаһы Өфөлә яңы форматта үтте. Сараның юғары кимәлдә ойошторолоуы киләсәктә Башҡортостанды боҙ спорты үҙәге итеп танытыуы ла ихтимал. Бындай аншлаг йылға бер тапҡыр ғына була. Боҙҙа Континенталь хоккей лигаһының иң танылған уйынсылары – Павел Дацюк, Илья Ковальчук, Сергей Мозякин. Йондоҙло составты бер урында күреү бәхете был юлы Өфө көйәрмәндәренә генә тейҙе. Өфө “Хоккей йондоҙҙары аҙналығы”на яңы формат бирҙе. Элек көнбайыш менән Көнсығыш конференциялар ғына көс һынашһа, был юлы 4 дивизион сәкәнгә сәкән килде. Уйын алдынан ҡатнашыусыларҙы Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Финалда Харламов һәм Чернышев дивизиондары осрашты. Һуңғыһы өсөн Салауат Юлаевтан 4 уйынсы сығыш яһаны. Йондоҙҙар матчы айырыуса Энвер Лисин өсөн уңышлы булды, ул тәүҙә Мастер шоуҙа иң етеҙе булып сыҡты, ә уйында ике шайба индерҙе.Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән халыҡ-ара хоккей федерацияһы рәйесе Рене Фазель 2021 йылда Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса Донъя чемпионатын уҙғарыу мөмкинлектәрен барланы.Был идеяны яҡлауы тураһында хоккей байрамы тамамланғас беҙҙең хәбәрселәргә Континенталь хоккей лигаһы директорҙар Советы ағзаһы Александр Медведев та белдерҙе. Өфө хоккей йондоҙҙары аҙнаһын халыҡ спорт байрамына әүерелдерҙе. Киләһе йыл был сараны кем ҡабул итере әлегә билдәһеҙ. Әммә был кимәлдә уҙғарыу еңелдән булмаясаҡ, ти ойоштороусылар. 

Яндекс.Метрика