Ҡырмыҫҡалы районында үлемесле авария сәбәптәрен тикшерәләр

  • Ҡырмыҫҡалы районында үлемесле авария сәбәптәрен тикшерәләр | ГТРК «Башкортостан»

Ҡырмыҫҡалы районында үлемесле авария сәбәптәрен тикшерәләр.

Ул Өфө – Белорет трассаһында кисә кис теркәлгәйне.  Әлегә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында 7-се модель жигули автомобиле менән идара итеүсе юлдың ҡаршы һыҙатына сығып китә һәм Вольво йөк машинаһы менән бәрелешә. Еңел автомобилдәге ир һәм ҡатын алынған тән йәрәхәттәренән ваҡиға урынында һәләк була. Рәсәй автомобилен ҡаршы һыҙатҡа колея арҡаһында ташлауы ихтимал.  Ә бына Өфөлә бөгөн төндә колея сәбәпле ФольксВаген түңкәрелгән. Ваҡиға Донской урамында була. Автомобиль соҡорҙан сыҡҡан ваҡытта кәйелеп юл ситендәге көрткә менеп китә һәм түңкәрелеп ята. Шул уҡ ваҡытта Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов баш ҡалала урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға бәйле ялыуҙар булмауы хаҡында белдерҙе.



Последние новости

Яндекс.Метрика