Йылайыр районында иҫке аҙбарҙарҙы төҙөкләндереп эш урындары булдыралар

Йылайыр районында иҫке аҙбарҙарҙы төҙөкләндереп эш урындары булдыралар.

Балапан ауылына инвестор килгән һәм хәҙер совет осоронан ҡалған комплекста ҡайтанан эш ҡайнай. Ул ҡураны ғына түгел, башланғыс мәктәпте лә йүнәтергә ярҙам иткән. Хужалыҡ етәкселеге киләсәктә аҡса түләп, үҙҙәренә белгестәр уҡытып алырға иҫәп тота. Сабирйән Торошов 10 йылдан ашыу эшһеҙ интегә. Ауылда предприятиелар булмағас, ул төрлөсә кәсеп итеп ҡарай. Ә хәҙер аҡса артынан ҡыуып ҡайҙалыр барырға кәрәкмәй. Сөнки, элекке фермала тормош ҡайнай.Бер-нисә йыл элек буш торған мәктәптә лә хәҙер балалар тауышы тынмай. Уҡыусылар ситкә йөрөп уҡымай. Уҡытыусы Айһылыу Байгилдинаға ла хеҙмәт урыны булдырылған. Балапанға килгән инвестор ауыл эшсәндәренең балалары урында белем алһын, тип башланғыс мәктәпте төҙөкләндерергә ярҙам иткән.Йыл ярым элек эшләй башлаған хужалыҡты Ирек Мәҡсүтов ойошторған. Уның ағаһы Бүләк Аптиков бында идарасы вазифаһын башҡара. Яңыраҡ ҡына улар иҫке ферманы төҙөкләндереп, семинталь тоҡомло 40 баш мал индергән һәм ауылдан 11 кешене эш урыны менән тәьмин иткән.Хужалыҡ етәкселеге тиҫтәләгән һарыҡ, йылҡы, трактор, тағылма инвентарь һатып алған.  Баҫыусылыҡ  менән шөғөлләнеү өсөн 1 ярым гектар һөрөнтө ер,  ә малсылыҡ өсөн 165 гектар көтөүлек һәм 480 гектар бесәнлек тә  ҡуртымға бирелгән.Йүнселдәр киләсәктә күрше ауылдарҙағы фермаларҙы ла ҡуртымға алып, төҙөкләндереп, малдар һанын 600-700 башҡа еткерергә планлаштыра. Был иһә тағы ла өҫтәмә хеҙмәт урындары тигән һүҙ. Хужалыҡта тәжрибә үткәрергә лә йыйыналар. Мәҫәлән, һыйырҙарҙы бәйһеҙ һәм бәйләп тоторға уйлайҙар. Һуңынан иһә ҡайһылары күберәк һөт бирәсәген асыҡлаясаҡтар. Инвестор киләсәктә балаларҙы үҙ иҫәбенә уҡытып, уларҙы хужалыҡҡа белгес итеп ҡайтарырға йыйына. Эш урындары булһа, йәштәр ҡайтһа, бындай ауылдарҙың киләсәге лә буласаҡ.

Яндекс.Метрика