Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында яңы етәксе

  • Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында яңы етәксе | ГТРК «Башкортостан»

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында яңы етәксе.

Бөгөн идаралыҡ коллективын Федераль суд приставтары хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Степаненко Илнур Әнүәр улы Мәхмүтов менән таныштырҙы. Илнур Мәхмүтов пристав-башҡарыусы вазифаһынан алып суд приставтарының төбәк идаралығы етәксеһе  урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлын үтә. Һуңғы дүрт йылда Марий Эл һәм Удмурт Республикаларында суд приставтары  идаралыҡтарын етәкләй. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Рәсәйҙәге иң ҙур һәм уңышлы эшләп килгән идаралыҡтарҙың береһе һанала. Рөстәм Степаненко Илнур Мәхмүтовты яңы вазифаһы менән тәбрикләп, киләсәктә лә был кимәлде юғалтмау мөһим, тип белдерҙе.

Яндекс.Метрика