Улар Башҡортостан данын донъяның спорт ареналарында яҡлай

Улар Башҡортостан данын донъяның спорт ареналарында яҡлай.

Рәсәйҙә һибелеп йәшәгән милләттәштәребеҙ исеме бокс, ҡул һуғышын үҙ иткән көйәрмәндәргә яҡшы таныш. Кемдәр улар – башҡорт иле  исемен данға күмгән спортсылар? Бокс, самбо, каратэ, ҡатнаш алыш спорт төрҙәренең еңеүселәре хәҙер сит ил көрәшселәре менән алышып,  үҙҙәренең генә түгел, ә тотош милләттең исемен яҡлай. Халыҡ-ара аренала танылыу яулаған  спортсыларыбыҙҙың береһе – Илфат Әмиров, яңыраҡ Ҡытайҙың Ченьжоу ҡалаһында үткән турнирҙа, 70 килограмлыҡ ауырлыҡ үлсәмендә еңеү яуланы. Пекиндың 26 атлеты һәм башҡа дәүләттәрҙән килгән өс тиҫтәгә яҡын спортсы араһында ул Рәсәй һәм Башҡортостан исеменән сығыш яһаған берҙән-бер спортсы.Ҡатнаш алыш спорт төрө, бокс, ҡул һуғышы — һуңғы йылдарҙа иң үҫешкән йүнәлештәрҙең  береһе. Башҡорт халҡының аҫыл егеттәре Рәсәй кимәлендә генә түгел, ә донъя кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып еңеү яулай. Рингка беҙҙең егеттәр һәр ваҡыт башҡорт милли бүрегендә һәм еләндә сыға.Былтыр, апрель айында Өфөлә уҙғарылған Fight Night Global ярышында, Венер “Башҡорт” Ғәлиев сираттағы еңеүен яуланы. Был иһә, башҡорт спортсыларының тағы ла яңы кимәлгә күтәрелеүен иҫбатлай. IBO версияһы буйынса донъя чемпионы – Денис Шафиҡов, Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын яулаусыһы – Хәбир Сөләймәнов, самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы титулын яулаусы – Венер Ғәлиев, ММА, грепплинг, комплекслы яңғыҙ көрәш буйынса ил һәм халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе – Илфат Әмиров. Улар – барыһы ла Башҡортостан егеттәре өсөн өлгө булып тора. 

Яндекс.Метрика