Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәйҙең алыҫҡа осоусы бомбардировщиктар төркөмө Сүриәлә Дейр эз Зорра виләйәтендә ислам төркөмө террор ойошмаһы контроллек иткән биләмәләрҙе утҡа тотҡан. ИГИЛ-дың боеприпастар һәм шартлатҡыстар эшләү цехы, ҡорал келәттәре юҡ ителгән.

Американың Транс Тымыҡ океан килешеүенән сығыуы Германия иҡтисады өсөн уңай шарттар тыуҙыра. Был тура вице-канцлер Зигман Габриэль белдергән. “Трамп Америка иҡтисадының конкурентлыҡ һәләтенә эйә булмауын танырға тейеш,”- тигән ул. Әле Германия экспортының 10 проценты ғына  Ҡушма Штаттарға тура килә.

Бразилияла 150 кеше Бауру ҡалаһындағы төрмәнән ҡасҡан. Иректән мәхрүм ителеүселәр фетнә ойоштороп, ут төрткән һәм ошоноң менән файҙаланып төрмә биләмәһенән сығып киткән.  Бразилияла төрмәләрҙә наркотик һатыусы төркөмдәр араһында ҡанлы бәрелештәр йышая. Ҡыҙғанысҡа, властар әлегә фетнә ойоштороусыларға ҡаршы етди саралар күрә алмай.

Европаның иң ҙур вулканы уянған. Эргә-тирәлә йәшәүселәрҙе хәүефкә һалып  Этна кратерынан төтөн һәм пар сыға башлаған. Күптәр ҡурҡыныс янаған биләмәнән китеү яғын ҡарай.

Яндекс.Метрика