Өфөнөң 17-се дауаханаһында тағы ла бер сабый һәләк булды

  • Өфөнөң 17-се дауаханаһында тағы ла бер сабый һәләк булды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң 17-се дауаханаһында тағы ла бер сабый һәләк булды.

3 йәшлек бала аяғын ҡаймыҡтырып бында 20 ғинуар Ҡырмыҫҡалынан килтерелә. Тән температураһы күтәрелеп сабый 5 көн  иҫһеҙ ята, кисә уның йөрәге туҡтай.17-се дауаханала бала һәләк булыуҙың был икенсе осрағы. 17 ғинуар реанимация бүлегендә 12 йәшлек ҡыҙ вафат булғайны. Был фажиғә буйынса Тәфтиш комитеты “Үҙенең һөнәри бурыстарын тейешле үтәмәү сәбәпле һаҡһыҙлыҡ буйынса үлемгә килтереү” статьяһы буйынса енйәт эше ҡуҙғатҡайны.

Яндекс.Метрика