Үҫемселектең киләсәге – биологик ашламалар ҡулланыуҙа

Үҫемселектең киләсәге – биологик ашламалар ҡулланыуҙа.

Тик әлегә илдә бындай төр препараттар етештереү аҫҡай. Башҡортостанда биологик ашлама уйлап сығарыусы предприятие бар. Уныһы ла ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа үҫешә. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн эш сәфәре менән БашИнком фәнни-етештереү предприятиеһының Дим биҫтәһендәге лабораторияһында булды. Бер ниндәй химияһыҙ, тик биологик ысул менән… Ил боролош кисергән дәүерҙә, шәхси эшҡыуар 1991 йылда яңыса ҡараш менән фәнни-етештереү предприятиеһы булдыра. Әлеге көндә улар ауыл хужалығы һәм нефть эшәртеү тармағы өсөн 250-нән ашыу препараттар етештерә. Сирек быуат эсендә ойошма ярайһы уҡ киңәйеп 400-гә яҡын кешене эш менән тәьмин итә.Үҫемселектә сығымдарҙы кәметеү, иң мөһиме ерҙең тәбиғи уңдырышлығы һаҡлап ҡалыу. Биологтар тәҡдим иткән ысулдар файҙалыраҡ та, отошлораҡ та кеүек Тик әлегә химик ашлыҡ етештереүсе гиганттар менән конкурентлыҡ итеү ойошмаға ауырға төшә. Рөстәм Хәмитов дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә бергәләп үҫешергә тәҡдим итте. Әбйәлилдәге “Красная Башкирия” хужалығында үҫтерелгән өлгөләр ошондай һөҙөмтә бирҙе тип дәлилләй лаборатория белгестәре. Ысындарлыҡты Рөстәм Хәмитов худжалыҡ етәксеһенә шылтыратып белеште.Биологтар үҫемселектә тап уларҙың технологияһын ҡулланыу отошло тигән фекерҙә. Башҡортостанда биологик ысул менән етештерелгән ашламалар бөгөн илдең тиҫтәләгән төбәге, хатта Балтик буйы илдәре һәм Бойнлороҡһоҙ дәүләттә берләшмәһенә ингән 10-ға яҡын илгә оҙатыла. Ә Башҡортостан хужалыҡтарынан заказ бөтөнләй тиерлек юҡ. Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә үҙебеҙҙең баҫыуҙарҙа биологик ашламаны ҡулланыу мөмкинлектәр барлыу бурысы ҡуйылды. 

Яндекс.Метрика