Туймазы ҡалаһында 8 ғаилә, шул иҫәптән инвалидтар һәм оло йәштәгеләр ҡыш уртаһында урамда ҡалыуы ихтимал

Туймазы ҡалаһында 8 ғаилә, шул иҫәптән инвалидтар һәм оло йәштәгеләр ҡыш уртаһында урамда ҡалыуы ихтимал.

Улар йәшәгән ятаҡ урындағы предприятие исеменә күскән, хәҙер ойошма етәкселеге бөтә ысулдар менән кешеләрҙән ҡотолорға маташа. Йортҡа йылылыҡ бирелмәй, коммуникациялар эшләмәй. Фәнзиә Нәбиуллинаның йортонда күптән балалар тауышы сыҡмай. Бүлмәлә 5 градус. Һыуыҡ. Йорт бөтөнләй йылытылмай. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән бөтә аш-һыуҙар эшлектән сыҡҡан. Ә һауыттарҙа ултырған сәскә-гөлдәр күптән өшөп, һулыған. Был йортта һыу ҙа юҡ. Халыҡ уны урамдан ташырға, йә магазиндан һатып алырға мәжбүр. Канализация эшләмәй. Торбаларҙағы һыу туңған. Был йортта электр йылытыу системаһы тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бүлмәләрҙә уртаса температура -5-7 градус. Хатта икмәк ашап алыр өсөндә, уны башта йылытып алыр кәрәк.Дөйөм ятаҡта йәшәүселәрҙең бындай хәлдә ҡалыуына милектең бер ҡулдан икенсеһенә күсеүе сәбәпсе. Ҡасандыр янғын һүндереү депоһы мөлкәтендә булған бина 2005 йылда Туймазы “Автобетоновоз” заводына күсә. Ятаҡта тиҫтәләрсә йылдар йәшәгән кешеләр закон буйынса үҙ квадрат метрҙарына хоҡуҡһыҙ тороп ҡала. Халыҡ бер-нисә тапҡыр прокуратураға мөрәжәғәт итеп, өс суд эшен еңә. Тик шунан һуң завод директоры ятаҡта йәшәүселәрҙе үҙенең йөҙөнә бысраҡ яғыуҙа ғәйепләй.Был йортта йәшәүселәргә завод етәкселеге ниндәйҙер аңлатмалар биреүҙән баш тарта. Был хәл тураһында Туймазы ҡала хакимиәтендә лә яҡшы беләләр. Чиновниктар, халыҡҡа был юлы ла ярҙам итергә вәғәҙәләне. Әлегә был йортта йәшәүселәр, ғәҙеллеккә ирешеүҙәренә өмөт өҙмәй. Сөнки күпселеге өсөн, был йорт берҙән-бер йәшәү урыны. 

Яндекс.Метрика