Бөгөн Рәсәйҙең хәрби дан көнө

Бөгөн Рәсәйҙең хәрби дан көнө.

73 йыл элек — 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленингард ҡалаһы фашист илбаҫарҙарынан азат ителә.  Ленинград блокадаһы Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған. Ҡалал йәшәүселәргә лә, уны һаҡлаусы хәрбиҙәргә лә күп һынауҙар, ҡыйынлыҡтар аша үтергә тура килгән. Ленинград ҡамауға алынғанда Шакирә Ғәбәйҙулла ҡыҙына ни бары 5 йәш кенә булһа ла, дәшһәтле 900 көн һәм 900 төн хәтерендә мәңгегә уйылып ҡалған.Бәләкәй ҡыҙҙың күҙ алдында атаһы аслыҡтан йән бирә. Уға бирелгән аҙыҡтың өлөшөн алып, әҙ генә булһа ла тамаҡ туйҙырыр өсөн ике көн атаһының үлгәнен хәбәр итмәйҙәр.Ҡала тулы мәйет -  урам буйҙарында аслыҡтан, ауырыуҙарҙан, һыуыҡтан, бомба ярсыҡтарынан үлеп ятҡан кешеләр, ә һауанан дошман күҙәтһә лә, хатта балалар ҙа еңеүгә өмөтөн юғалтмаған.Блокадасыларҙан да нығыраҡ икмәктең ҡәҙерен белгән кеше юҡтыр. Аслыҡ-яланғаслыҡ көндәре хәҙер Шакирә Ғәбәйҙулла ҡыҙының төштәренә генә инә.Ни бары 125 грамм. Шакирә инәй үлсәүһеҙ ҙә был күләмдәге икмәкте киҫеп күрһәтә ала. Ленинград блокадаһындағы көндәлек икмәк нормаһын һәм тәмен ул бөгөнгөләй иҫләй. Ҡамау ҡуласаһы асылғас, Ладога күле, берҙән-бер “йәшәү юлы” аша Шакирә Ғәбәйҙулла ҡыҙы әсәһе һәм апаһы менән тыуған Башҡортостанына, Шишмә районына ҡайта. Тик бында ла тормош еңелдәрҙән булмай.Күҙ йәштәре аша йылмайып, Шакирә инәй “мин бәхетле” тип әйтә. Бихисап ейән — ейәнсәрҙәрен, бүлә — бүләсәрҙәрен дә ошо тыныс көндәрҙең ҡәҙерен белеп, шөкөр итеп йәшәргә өндәй. 

Яндекс.Метрика