Кеше яҙмышы ауыр һынауҙарҙан тора

Кеше яҙмышы ауыр һынауҙарҙан тора. 

Был төшөнсә менән республиканың онкология клиникаһында дауаланыусылар яҡшы таныш. Үлем менән көрәшкән сирлеләр хәлен яҡшыртыуҙағы төп көс табиптарға төшә. Белгестәргә бөгөн ирекмәндәр ҙә ярҙамға килгән. Улар ауырыуға дусар булғандарҙың күңелен дауалай.  Ольга  Орлова өсөн яман шеш тигән һүҙ яҡшы таныш. Әсә кеше ҡулынан уның ҡыҙын тап яман шеш тартып ала. Тап шул мәлдә ҡатын ауырыуҙарға медицина ярҙамы ғына түгел, ә күңел йылыһы ла ҙур терәк һәм таяныс икәнен аңлай. Хәҙер Ольга Орлова өсөн төп бурыстарҙың береһе -  яман шеш менән интегеүселәргә ярҙам итеү. Рухи ярҙам киләсәкә ышаныс нигеҙе. Онкодиспансерҙа дауаланыусылар үҙҙәре ошо фекерҙә. Дауаланыусылар ирекле ярҙамсылар килеүен байрам кеүек көтөп ала.  Аҙнаһына бер тапҡыр уҙғарылған осрашыу сирлеләргә яңы өмөттәр бирә. Паллиатив бүлектә дауаланыусылар медицина процедураһынан тыш, рухи ярҙам да алалар. Мәҫәлән, ошо йәшел бүлмәлә ирекмәндәр төрлө түңәрәктәр, концерттар һәм тематик әңгәмәләр ойошторалар.Пациенттар өсөн был бүлектә өсөн бөтә шарттарҙа бар. Табиптар тырышлығы һәм үҙеңә ышаныс – яман шеште еңеү өсөн был төп баҫҡыстар. Яман шешкә дусар булыусылар ауыртыу-һыҙланыуҙарҙы сабыр кисерергә күнеккән. Көн һайын үлем менән алышырға көс тапҡан кешеләргә кешелекле ҡараш кәрәк. Уларға ярҙам күрһәтеү еңелдән түгел, был осраҡта медиктарҙан ҙур түҙемлек, тотанаҡлыҡ, шәфҡәтлелек талап ителә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, паллиатив ярҙамға мохтаж кешеләр һаны йылдан-йыл тик арта ғына бара. Рәсәйҙә был яман ауырыу менән ауырып йылына 300 меңгә яҡын кеше баҡыйлыҡҡа күсә. Шуныһы ҡурҡыныс, яман шешкә дусар булыусылар араһында йәштәр күп.

Яндекс.Метрика