Өфө районында 13 йәшлек үҫмерҙең ғүмере өҙөлдө

  • Өфө районында 13 йәшлек үҫмерҙең ғүмере өҙөлдө | ГТРК «Башкортостан»

Өфө районында 13 йәшлек үҫмерҙең ғүмере өҙөлдө.

Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы был эш буйынса тикшереү башланы. Ғәҙәттән тыш хәл ял көндәрендә теркәлә. Өфө районы Дубки ауылында һыу башняһы янында малайҙар тауҙан шыуа. Шул саҡта уларҙың береһенә өҫтән ҙур боҙ киҫәге төшә. Булгаково ауылынан 7-се класс уҡыусыһы, Дубки ауылына ата-әсәһе менән бергә ҡунаҡҡа килгән була. Әле беҙҙең хәбәрселәр фажиғә урынында эшләй. Тулы сюжетты Хәбәрҙәрҙең 20 сәғәт 45 минуттағы сығарылышында ҡарағыҙ.

Яндекс.Метрика