Традицион исламдың дәрәжәһен күтәреү

Традицион исламдың дәрәжәһен күтәреү.

Өфөлә Рәсәйҙең һәм Каҙағстандың дин әһелдәре заманса дини мәғариф тураһында һөйләшеүгә йыйылды.  Осрашыуҙа ҡатнашыусылар, бөгөн был юҫыҡта бергәләп эшләү  мөһимлеген билдәләне. Рәсәй Ислам университетының көндөҙгө бүлегендә 50-гә яҡын студент уҡый. Ситтән тороп уҡыусылар һаны – 700-ҙән ашыу. Улар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм хатта яҡын сит илдән дә килеп ислам дине тәғлимәттәрен үҙләштерә. Шуларҙың 20-һе Ҡаҙаҡстан граждандары.

Традицион исламдың дәрәжәһен күтәреү – осрашыуҙың төп темаһы булды. Яҡшы кимәлдәге дини мәғариф  һәм тик берҙәмлек  радикаль исламистарға ҡаршы көрәштә,  дини экстремизмды профилактикалауҙа яҡшы ысулдарҙың береһе, тигән фекергә килде  ике ил вәкилдәре. Ҡаҙаҡстандың баш мөфтие советнигы Ҡеүәт Раев традицион ислам әҙәбиәтенә ҙур иғтибар бүлеү кәрәклеген белдерҙе. Уның фекеренсә, бөгөн китап кәштәләрендә күп кенә баҫмалар яңынан баҫтырып сығарыуҙы талап итә. Ҡаҙаҡстандан килгән дин әһелдәре Рәсәйҙә дини мәғарифтың яҡшы үҫешкәнлеген белдерҙе. Яҡын сит илдән студенттарҙың да тап Рәсәйҙең ислам университеттарына  йышыраҡ иғтибар итеүе – уларҙың һүҙҙәрен иҫбатлай.



Последние новости

Яндекс.Метрика