Көйәрмәндәрҙең түҙемлеге сигенән ашты

“Салауат Юлаев” көйәрмәндәре команда уйыны менән риза түгел. Ни өсөн лигала финанслау буйынса 3-сө урында торған команда турнир таблицаһының аҙаҡҡы баҫҡысына тәгәрәй? Аңлатма биреүҙе талап итеп кисә көйәрмәндәр уйынсыларҙы “Өфө” аэропортында уҡ ҡаршыланы. Өҫтәмә ваҡытта Павел Войтех индергән шайба “Северсталь” өсөн был матчта еңеүҙе аңлатһа, Салауат Юлаев көйәрмәндәренең асыуын ғына ҡабартты. Сөнки был рәттән 7-се еңелеү, күпселеге өҫтәмә ваҡытта. Уйын тамамланыу менән социаль селтәрҙәрҙә ризаһыҙ көйәрмәндәр ғауға ҡуптарҙы. Ә иң әүҙемдәре яратҡан командаһын аэропортта ҡаршыларға юлланды. Бер һорау менән – Ни өсөн? Әммә уйынсылар көйәрмәндәре менән аралашырға ашыҡманы. Команданы ҡаршы алырға килгән автобус тура трапҡа юл тотто. Күптәр ышанысын юғалтып таралышты, тик иң тоғро көйәрмәндәр генә өмөтөн өҙмәне һәм… әллә намыҫтары уянып, әллә хәүеф юҡлығын аңлап команда тулы составта, хатта баш тренер менән аэровокзалға кире килде. Һөйләшеү бик ҡаты барҙы. Баш тренер команданы аҡларға тырышҡандай, улар һуңғыға тиклем алышасаҡ тине. Шулай ҙа бөгөнгө һөҙөмтәләр уларҙың эшен тик насар яҡтан ғына ҡылыҡһырлауын таныны. Киләһе аҙнанан йәрәхәт алған ике уйынсы командаға ҡушылырға тейеш, уларға өмөт тине Игорь Захаркин. Көйәрмәндәрҙең ҡаты ризаһыҙлығы командаға файҙаға булырмы, юҡмы? Быны юлаевсыларҙың үҙ майҙанында үтәсәк уйындарында белербеҙ. 1 февраль көнө Өфөгә Санкт-Петербургтың СКА командаһы килә.

 

Яндекс.Метрика