Өфөлә юл хеҙмәткәре тапалды

Өфөлә юл хеҙмәткәре тапалды.

Өфөлә урамдарҙы таҙартыу дауам итә. Водителдәрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында күңелһеҙ хәлдәр ҙә осрай. Бөгөн Комаров урамында кроссовер водителе юл хеҙмәткәрен күрмәй ҡала. Фажиғә мәлен ике машинаға ҡуйылған видео теркәүес төшөрөп алған. Шкода Ети машинаһы ҙур тиҙлектә килеп юлсыны тапата.  Уның ни  хәлдә булыуы әлегә билдәле түгел.

Яндекс.Метрика