Уны эсеп тилерәләр, кешеләргә ташланалар

  • Уны эсеп тилерәләр, кешеләргә ташланалар | ГТРК «Башкортостан»

Уны эсеп тилерәләр, кешеләргә ташланалар.

Һүҙ үлем менән сауҙа итеүселәр хаҡында. Башҡортостанда 350 литр суррогат араҡы тартып алынған. Спиртлы эсемлектәр менән законһыҙ сауҙа итеүселәр Салауат, Мәләүез, Баймаҡ, Дәүләкән ҡалалары һәм Мишкә, Ҡырмыҫҡалы, Балтас, Кушнаренко райондарында асыҡлана. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә сауҙагәрҙәрҙең береһе 5 литрлыҡ һауыттарға тултырылған спиртлы эсемлекте машина багажнигынан һатҡан. Суррогат менән сауҙа итеүселәргә административ протокол төҙөлгән.

Яндекс.Метрика