Өфө лимонарийы ергә хоҡуғын белдерә

Төҙөлөш ойошмалары уның биләмәләрен тартып алырға теләй. Өфө лимонарийы 25 йыл эсендә, лимондан башҡа  инжир, гранат, ананас, мушмула  һәм башҡа экзотик  емештәр үҫтерергә өлгәшә. Лимон ағастары ғына  мең төптән ашыу.  Йыл һайын 20 тоннанан ашыу мул уңыш алына.Былтыр Өфө лимонарийына “Төбәк әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе” стутусы бирелергә тейеш ине. Әммә кадастр паспорты, башҡа документтарҙың дөрөҫ тултырылмауын сәбәпле был мәсьәлә асыҡ килеш ҡала.Лимонарий биләмәһендә  Башҡортостан тәбиғәтенә хас булмаған төрлө экзотик емештәр, сәскә-декоратив культуралар, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән үҫемлектәр үҫтереү, тәжрибә үткәреү өсөн махсус бүленгән ер  ҙә бар.Әле иһә лимонарий хеҙмәткәрҙәре майҙанды һаҡлап ҡалыу юлдарын эҙләй.   Ғәжәйеп урын тәбиғәт ҡомартҡыһы исемен алған булһа, уны яҡлап сығыу ҙа еңелерәк булыр ине, ти бындағы белгестәр.Лимонарий тирәләй күп ҡатлы йорттарҙың төҙөлөүе экзотика үҙәге хеҙмәткәрҙәрен хафаға һала. Ҙур хеҙмәт һалынған баҡса биләмәһен һаҡлап ҡала алырҙармы? Әлегә һорау асыҡ ҡала…

Яндекс.Метрика