Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Америка президенты Дональд Трамп генераль прокурор вазифаһын башҡарыусы Салли Йейтсты вазифаһынан бушатты. Ул президенттың иммиграцияны сикләү тураһындағы  указының законлылығына шик белдергән һәм ҡул аҫтындағыларҙы был документты хоҡуҡи нигеҙләүҙән баш тартырға саҡырған.

Мосулдың көнсығышында йәшәүселәр төркөмдәргә берләшеп ҡала урамдарын таҙартырға сыҡҡан. Мосулға ике йыл ярымдан ашыу “Ислам дәүләте” террорсылары контроллек итте һәм уларҙың иң эре бастионына әйләнде.

Һиндостан республикаһы көнө уңайынан Нью-дели ҡалаһында хәрби парад үтте. Йәйәүлеләр, ауыр техника һәм дөйә кавалерияһынан тыш унда мотоциклдарҙа үҙенсәлекле шоу ҙа күрһәтелде.

Белоруссияла тәүге тапҡыр тракторҙарҙа ярыш ойошторолдо. Париж-Мосар раллиһы Витебск өлкәһендә башланды. Унда ҡатнашыусылар юлһыҙ урындарҙан 17 саҡырым үтергә тейеш ине. Финишта иһә тракторсыларҙы тағы ла ҡыҙығыраҡ һынау көттө-ҙур туптарҙы трактор менән соҡорға төшөрөү.  “Трактор футболы” ьарыһына ла хуш килгән. 



Последние новости

Яндекс.Метрика