Өфөлә «Ҡурай байрамы. Ел тыуҙырған моң» тип аталған концертҡа етди әҙерлек бара

  • Өфөлә «Ҡурай байрамы. Ел тыуҙырған моң» тип аталған концертҡа етди әҙерлек бара | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Ҡурай байрамы. Ел тыуҙырған моң» тип аталған концертҡа етди әҙерлек бара.

2 февралдә Башҡорт дәүләт филармонияһында башҡорт халыҡ көйҙәренә күмеләсәк. Былтыр 19 ноябрҙән 19 декабргә тиклем «Ҡурай байрамы. Ел тыуҙырған моң» проекты һигеҙ ҡалала Ҡурғанда, Ырымбурҙа, Ижевскиҙа, Пермдә, Магнитогорскиҙа, Силәбелә, Мейәстә һәм Мәскәү тамашасылары хөкөмөнә сығарылғайны. Халыҡ уны бик йылы ҡабул итте. Республиканан ситтә йәшәүселәр башҡорт музыкаһы һәм мәҙәниәте ныҡ сарсаған. Шуға ла был проектты дауам итергә ҡарар ителгән.

Яндекс.Метрика