Орджоникидзе районы судында үткән ултырыш тыныс ҡына үтте, тип әйтеп булмай. Ғәйепләүҙәр, янауҙар-яҡтар завод биләмәһендәге биналарҙы бүлешә алмай. Был видеояҙма Өфөнөң сәнәғәт райондарының береһендә төшөрөлә. Атыш тауыштары, тәҙрәләрҙе ватыу һәм ишектәрҙе емереү хәрби хәрәкәттәрҙе хәтерләтә. Ошондай юл менән предприятие етәкселәре үҙ-ара көслөнө асыҡларға тырыша. Улар завод биләмәһендәге биналарҙы бүлешә алмай. Бәрелештә ике яҡтан да шәхси һаҡ хеҙмәте ҡатнаша. Завод өсөн бәхәс бер-нисә йыл элек башлана. Техника өсөн май етештереүсе ойошма бөлгөнлөккә төшә. Өфөнән һәм Мәскәүҙән бер-нисә эшҡыуар заводты тергеҙергә теләп инвестиция бүлергә ҡарар итә. Әммә, элекке милекселәр менән борсаҡ бешмәй сыға. Низағта ҡатнашыусылар пневматик мылтыҡ, газ пистолеты һәм көрәк һаптарын ҡуллана. Ҡораллы бәрелештә күп кеше йәрәхәтләнә. Ошолай дауам итһә улар бер-береһен үлтереп тә бөтөр ине. “Шәп егеттәрҙе” махсус тәғәйенләнештәге полиция отряды ғына тынысландыра. Йыл ярым ваҡыт үткәс был хәл Өфөнөң Орджоникидзе районы судында тикшерелде. Уның ҡарары буйынса, ҡораллы бәрелештә ҡатнашҡандарҙың барыһы ла аҡланды. Ә бына заводтың элекке етәксеһе 2 йылға шартлы рәүештә хөкөм ителде. Сөнки, ул финанс мутлашыуҙарҙа ғәйепләнде.Суд ҡарары менән заводтың хәҙерге хужалары лә риза түгел. Улар фекеренсә, фемида йомшаҡ ҡарар сығарҙы. Шулай итеп, был эшкә нөктә ҡуйылмай әле. Яҡтар артабан юғары инстанцияларға мөрәжәғәт итергә йыйына. Беҙ был хәлде күҙәтеп барасаҡбыҙ.
- ҺУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР
- Өфөлә ҡораллы бәрелештә ҡатнашыусыларға ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде
Өфөлә ҡораллы бәрелештә ҡатнашыусыларға ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде
Хәбәрҙәр

Өфөлә Кәрим Хәкимов исеме мәңгеләштерелде
Бахрейн делегацияһы вәкилдәре Өфөлә Кәрим Хәкимов иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһында ла ҡатнашты. Тап ул Совет иле менән ғәрәп-фарсы донъяһын башлап тоташтырыусы дуҫлыҡ күперен һалған шәхес. Ҡыҙыл Паша исеме аҫтында билдәлелек алған Кәрим Хәкимов исеме Ислам университеты бинаһында...

Башҡортостан һәм Бахрейн хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтә
Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бахрейн короллегенең Ислам эштәре буйынса юғары советы президенты, шәйех Абдулрахман бин Мөхәммәт Әл-Хәлифә һәм Бахрейн короллегенең Рәсәйҙәге илсеһе Әхмәт Абдулрахман Әл-Саати менән осрашыуы барышында килешелде. Юғары ҡунаҡтар Башҡортостанға “Рәсәй-...

Ултырыштар башҡорт телендә үтә
Рәсми ултырыштарҙы башҡорт телендә үткәреү башланғысын район һәм ҡалалар дәррәү күтәреп алды. Салауат ҡала округы ҡала Советы депутаттары тарихта беренсе тапҡыр ултырышты башҡорт телендә уҙғарҙы. Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр буйынса сығыштар туған телдә булды. Киләсәктә был тәжрибәгә даими...

Йәштәргә өлгө
Бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын үткәреүсе ғаиләләр күп. Гәүһәр туйҙарын билдәләүселәр ҙә осрап тора. Ә бына 70 йыл бергә йәшәүселәр юҡ тиерлек. Бына шундай һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхетте был көндәрҙә Лидия һәм Евгений Смирновтар кисерә. 90-ды уҙған пар хозур туйын туйлай. Хозур туйғаса бергә...

Тештәрҙе бәләкәйҙән һаҡларға
Башҡортостан мәктәптәрендә 153-сө стоматология кабинеты эшләй башланы. Ул Нагаев ауылының 147-се мәктәбендә урынлашҡан. Бүлмә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Таҙа тештәр – сәләмәтлектең нигеҙе. Балалар бәләкәй саҡтан был хаҡта мәғлүм булырға тейеш, ти теш табиптары. Шуға күрә мәктәптәрҙә...

Башҡаланың Комсомол һәм 8-се март урамдары төҙөкләндереү дауам итә
Водителдәр өсөн, әлбиттә, бер аҙ уңайһыҙлыҡтар бар. Әммә улар ваҡытлыса ғына. Тиҙҙән Октябрь проспектына йәнәшә ятҡан урам танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Автомобиль юлдары киңәйтеләсәк, юлдың эргә-тирәһе ипкә килтереләсәк. Өфөнөң Комсомол урамында көндөң икенсе яртыһында тығындар башлана. Сәбәбе...

Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы
Башҡортостанда Яңы йыл алдынан «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» конкурсы иғлан ителә. Республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса конкурста ҡатнашыусылар 500 мең һумлыҡ бүләк алыу өсөн ярыша. Конкурс 10 декабрҙән ҡала округтары һәм ауыл...

Яңы йыл мәшәҡәттәре
Республика башлығы Радий Хәбировтың «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2020 йылды байрам итеү тураһында»ғы Указына ярашлы, Яңы йыл байрамын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды.Яңы йыл шыршыһы быйыл Өфөлә 20 декабрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк. Унда...

Яңы йыл байрамдары осоронда алкоголь һатыу сикләнә
Бөгөн республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында “Яңы йыл байрамдары осоронда алкоголь һатыуҙы сикләү” тураһындағы закон проекты ҡараласаҡ. Документҡа ярашлы, 3 ғинуар хәмер һатыу бөтөнләй тыйыла, ә 4-6 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә һатыла. Яңы йыл байрамдары осоронда...

Иғтибар үҙәгендә Бүздәк һәм Илеш райондарының социаль-иҡтисади үҫеше
Башҡортостан ит компанияһы Бүздәктә сусҡасылыҡ тармағында селекция-генетика үҙәге эшен яйға һала. Таврос компаниялары төркөмөндә эшләгән комплекстың эшмәкәрлеге менән Радий Хәбиров танышты. Республика башлығы эш сәфәре менән Бүздәк һәм Илеш райондарында булды. Башҡортостан ит компанияһының...

Хәбәрһеҙ юғалһалар ҙа, улар хәтерҙән юйылмай
Ленинград өлкәһенең Зайцево ауылында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар хөрмәтенә ҡуйылған мемориал ташҡа яңы исемдәр өҫтәйҙәр. Мәрмәр ташҡа яҙыласаҡ фамилияларҙың береһе Башҡортостандан яуға киткән ҡыҙылармеецтыҡы. Бөйөк Ватан һуғышы йыдарының иң һынылышлы осоро. Ленинградты немец...

Өлкән быуынға ҡарата ҙур мөхәббәт һәм ихтирам
Кушнаренко районының Шәрип ауылында урындағы эшҡыуар үҙ аҡсаһына оло йәштәгеләр һәм инвалидтар йортон тергеҙгән. Дүрт йыл элек ремонтҡа ябылған бина яңынан ишектәрен асты. Ә йортта тәрбиәләнеүселәр республика бюджеты иҫәбенә ҡараласаҡ. Мөхәббәткә кәртәләр ҙә, йәш сикләүҙәре лә юҡ, тигәндәй Нина...

Подъезд, ихаталрҙы төҙөкләндереүҙә халыҡ фекере мөһим
“Реаль эштәр реаль булып ҡала”. Өфөлә “Ҡала мөхите” төбәк партия форумы үтте. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең проекты нисек үтәлә, уны яҡшыртыу өсөн нимәләр эшләргә? Ошо хаҡта фекер алышты форумда ҡатнашыусылар. Иң беренсе форумға йыйылыусылар түңәрәк өҫтәлдәрҙә фекер алышты. Уларҙа йорт ихаталарын һәм...

Ашығыс ярҙам сифатын яҡшыртыуға йәнә бер аҙым
Ашығыс ярҙам хеҙмәттәренең эш сифатын заманса ҡоролмалар ҙа яҡшыртасаҡ. Табиптарға планшеттар тарата башланылар. Был күсмә бригадаларға пациенттың ауырыуҙар тарихы менән юлда барғанда уҡ танышырға мөмкинлек бирә. Хәҙер был иғлан ҡағиҙә булараҡ ҡына яңғырай. Ашығыс ярҙам фельдшеры саҡырыу...

Ашығыс ярҙам бригадаларына эш хаҡын арттыралар
Киләһе йылда Стәрлетамаҡта ашығыс медицина ярҙамын саҡырыуҙарын эшкәртеүсе резерв үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта “Сәләмәтлек сәғәте”нең сираттағы ултырышында билдәләнде. Ултырыш күсмә тәртиптә үтте. Радий Хәбиров Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһы эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды, бында...

Республикала көндәр йылыта
Ҡотҡарыусылар руль артындағыларға юлда һаҡ булырға саҡыра. Был аҙнала республикала боҙлауыҡ булыуын фаразлай синоптиктар. За кадром. Төндә һәм көндөҙ һауа температураһы бер түбәнәйеп, бер күтәрелеү сәбәпле иртәнге сәғәттәрҙә юлдар тайғаҡлана. Был көндәр йылытыу менән бәйле. Республика...

Радий Хәбиров граждандарҙы ҡабул итте
Мөрәжәғәт итеүселәр менән осрашыу «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә үтте. Башҡортостан етәксеһенән электр приводлы кресло һатып алыуҙа ярҙам һорап Фәсәхәт менән Хәниф Фәхретдиновтар мөрәжәғәт итте. Ғаилә башлығы беренсе төркөм инвалиды. Оло йәштәге ҡатынға ирен...

Башкирия в числе первых вошла в туристический проект «Великий Уральский Путь»
Башкортостан вошел в туристический проект «Великий Уральский Путь», который охватывает 15 особо охраняемых природных территорий федерального уровня и пролегает от степей Оренбуржья на Южном Урале до тундр Полярного Урала. На днях в рамках Международного форума «Оренбуржье – сердце Евразии»...

Элвин Грей менән ижади осрашыу
Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Радик Юлъяҡшин менән ижади осрашыу үтте. Башҡорт һәм Рәсәй эстрадаһының билдәле йырсыһы Элвин Грей псевдонимы аҫтында сығыш яһай. Уның менән осрашыуға мәктәп балаларынан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем килгән. Залға 200 кешенән артыҡ...

Дуҫлыҡ иле биҙәктәре
Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Дуҫлыҡ иле биҙәктәре” балалар халыҡ хореографияһы республика фестиваль-конкурсының Гала-концерты үтте. Фестиваль республиканың 100 йыллығына арналған. Башҡортостандың район-ҡалаларынан килгән төрлө милләт балалар бейеү коллективтары башҡорт, рус, татар,...

Интернатым – пар ҡанатым
Республиканың иң төп урта белем биреү йорттарының береһе- Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты үҙенең юбилейын билдәләне. 75 йыл эсендә белем усағын 13 меңгә яҡын уҡыусы тамамлаған. «Торатау» Конгресс-Холлында үткән байрам тантанаһына төрлө йылдарҙа тамамлаған...

Утты ла, һыуҙы ла кискән ветеран
Мәләүез районының Нөгөш ауылында йәшәүсе Иван Марфин 95 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан ул әле лә буш ултырмай. Был кейем Иван Марфин өсөн күп тарихи иҫтәлектәр һаҡлай. Әйткәндәй, ул элек киң билдәле булған “Мир” фабрикаһында тегелгәйне, тип иҫләй ветеран. “Икенсе...

Бырау ярҙамында операция
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптарын, Мәскәү профессоры үҙенсәлекле ҡоролма – махсус бырау ярҙамында операция эшләү ысулдары менән таныштырҙы. 60 йәшлек ирҙең аяҡ ҡан-тамырын холестерин төйөрсәләре ҡаплаған. Әҙ хәрәкәт итеү, дөрөҫ туҡланмау, стресс атеросклерозға килтерә. Әлеге...
- « первая
- ‹ предыдущая
- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »