Орджоникидзе районы судында үткән ултырыш тыныс ҡына үтте, тип әйтеп булмай. Ғәйепләүҙәр, янауҙар-яҡтар завод биләмәһендәге биналарҙы бүлешә алмай. Был видеояҙма Өфөнөң сәнәғәт райондарының береһендә төшөрөлә. Атыш тауыштары, тәҙрәләрҙе ватыу һәм ишектәрҙе емереү хәрби хәрәкәттәрҙе хәтерләтә. Ошондай юл менән предприятие етәкселәре үҙ-ара көслөнө асыҡларға тырыша. Улар завод биләмәһендәге биналарҙы бүлешә алмай. Бәрелештә ике яҡтан да шәхси һаҡ хеҙмәте ҡатнаша. Завод өсөн бәхәс бер-нисә йыл элек башлана. Техника өсөн май етештереүсе ойошма бөлгөнлөккә төшә. Өфөнән һәм Мәскәүҙән бер-нисә эшҡыуар заводты тергеҙергә теләп инвестиция бүлергә ҡарар итә. Әммә, элекке милекселәр менән борсаҡ бешмәй сыға. Низағта ҡатнашыусылар пневматик мылтыҡ, газ пистолеты һәм көрәк һаптарын ҡуллана. Ҡораллы бәрелештә күп кеше йәрәхәтләнә. Ошолай дауам итһә улар бер-береһен үлтереп тә бөтөр ине. “Шәп егеттәрҙе” махсус тәғәйенләнештәге полиция отряды ғына тынысландыра. Йыл ярым ваҡыт үткәс был хәл Өфөнөң Орджоникидзе районы судында тикшерелде. Уның ҡарары буйынса, ҡораллы бәрелештә ҡатнашҡандарҙың барыһы ла аҡланды. Ә бына заводтың элекке етәксеһе 2 йылға шартлы рәүештә хөкөм ителде. Сөнки, ул финанс мутлашыуҙарҙа ғәйепләнде.Суд ҡарары менән заводтың хәҙерге хужалары лә риза түгел. Улар фекеренсә, фемида йомшаҡ ҡарар сығарҙы. Шулай итеп, был эшкә нөктә ҡуйылмай әле. Яҡтар артабан юғары инстанцияларға мөрәжәғәт итергә йыйына. Беҙ был хәлде күҙәтеп барасаҡбыҙ.
- ҺУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР
- Өфөлә ҡораллы бәрелештә ҡатнашыусыларға ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде
Өфөлә ҡораллы бәрелештә ҡатнашыусыларға ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде
Хәбәрҙәр

Көҙгө каникул нисек үтә?
Республиканың төрлө райондарынан , күрше төбәктәрҙән 70-кә яҡын үҫмерҙәр Өфө эргәһендәге лагерҙарҙың береһендә ял менән бер рәттән косманавтика серҙәрен өйрәнә. Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәбе 8-се йыл йәй көндәре ойошторолһа, быйыл беренсе тапҡыр көҙгө каникулда авиация, техника, йыһан...

Рәсәйҙең 2019 йыл директоры
Илдең 100 һөнәри белем биреү йорттары араһында иң яҡшыһы Өфөлә, ә күп йүнәлешле колледжды етәкләгән Сынтимер Баязитов Рәсәйҙең 2019 йыл директоры, тип танылды. Һөнәри белем биреүҙең халыҡ-ара форумы Санкт-Петербургта 25-28 октябрҙә үтте. Илдә һөнәри белем биреүҙең алдынғы йүнәлештәренә арналған 15-...

Уларҙың маҡсаты кешеләргә шатлыҡ өләшеү
Өфөлә йәш ирекмән рәссамдар күп ҡатлы йорттар подъездарын тәртипкә килтерә. Улар төркөмөндә әле ни бары 15 кеше. Өфөнөң художество – сәнәғәт коледжында белем алған был йәштәр республиканың бөтә район-ҡалаларында барған етди үҙгәрештәр – “Подъездарҙы төҙөкләндереү” программаһына үҙ...

Өфөнөң Көньяҡ биҫтәһендә “Таш йылға” барлыҡҡа киләсәк
Был эшсе атамалы паркты төҙөкләндереү Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса быйыл сентябрь айында башланды. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре эре үҫентеләрҙе епшек ҡарлы һыуыҡ көндә юҡҡа ғына ултыртмай. Эре ағастар яҙын йоҡонан арынып үҫергә әҙер буласаҡ. Биләмәне парк итер өсөн оҙайлы әҙерлек эштәре...

Заманса технологиялар - кеше һаулығы һағында
Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына сиктәрендә яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уларҙың һөҙөмтәлелеген үҙәк пациенттары үҙҙәрендә һынап та ҡараған. Пингвин ролендә 56 йәшлек Рәвил Ғәлимов. Уға юлында осраған балыҡтарҙы мөмкин тиклем күберәк тоторға кәрәк. Аяҡ...

Иғтибар үҙәгендә – медицина
Калининград ҡалаһында Рәсәй төбәктәре етәкселәре тармаҡтағы мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Илдең иң көнбайышындағы төбәгендә үткән семинар-кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнаша. Көн тәртибендәге төп мәсьәләләрҙең береһе – беренсел медицина ярҙамы. Хәтерегеҙгә төшөтрәбеҙ,...

Интернет селтәрендә бесәйҙең малайҙы йыуатыуы тураһындағы видео билдәлелек ала
10 көн эсендә был роликты ун меңдән ашыу кеше ҡарап өлгөргән. Тәккәбер малайҙы әсәһе йыуата алмағас, был эшкә бесәй тотона. Бер ни тиклем ваҡыттан үсексән малай йылмайып килеп торғанын һиҙмәй ҙә ҡала.

Өфө балалар сәнғәт мәктәбе йәнә “Рәсәйҙә балаларға өҫтәлмә белем биреү буйынса иң яҡшы йөҙ ойошма” бәйгеһендә еңеү яуланы
Был юғары исемде уҡыу йорто өсөнсө тапҡыр яҡлай. Сәнғәт мәктәбе 1977 йылда республикала һәм баш ҡалала бер нисә мәктәпте ҡушыу юлы менән барлыҡҡа килгән тәүге уҡыу йорто. Унда музыка-хор, ҡыллы, ҡаҡма, тынлы һәм халыҡ музыка ҡоралдары, фортепиано, хореография, һынлы сәнғәт...

Рамаҙан Йәнбәков арабыҙҙан китте
Республика йыр сәнғәтендә Рамаҙан Фәтхулла улының исеме күптән билдәле. Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков 1934 йылдың 15 мартында Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. 1957-1959 йылдарҙа радио һәм телевидение тапшырыуҙары буйынса комитет хорында солист була. Йырсы оҙаҡ йылдар Башҡорт...

Башҡортостандағы һәр бала йөҙә белергә тейеш!
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы янында ойошторолған йәмәғәт советының тәүге ултырышында ҡатнашыусылар тап ошондай саҡырыу менән сығыш яһаны. Былтырғы менән сағыштырғанда быйылғы ун айҙа һыуҙа батып үлгән балалар һаны берәүгә артҡан. Ултырышта...

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы республикала көндәрҙең һалҡынайыуы һәм ҡар ятыуы тураһында иҫкәртә
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡты күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һауа температураһының төндә өс, 10 градусҡаса, аяҙытҡанда 15 градусҡаса һыуытыуы, көндөҙ 5 градусҡаса һыуытыуы ихтимал. Республика биләмәһендә ямғыр, ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ булыуы фаразлана....

2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнә
Илдә Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән ул Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең оло юбилейына арналған ойоштороу комитеты ултырышында һуғыш ветерандарына ҙур иғтибар бүлергә кәрәклеген билдәләне. Һәр йәһәттән, 2020-се йылға бөтә. Бөйөк Ватан...

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә бәйле ноябрь өсөн пенсия һәм социаль түләүҙәр ваҡытынан алда – 1 ноябрҙән таратыла башлай
Был хаҡта Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһеннән хәбәр итәләр. Байрам һәм ял көндәре өсөн пенсия таратыу көндәре октябрь пенсияһы квитанцияһында күрһәтелгән. 5 ноябрҙән иһә ғәҙәти график буйынса таратыла. Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта, 12 ноябрҙән башлап...

Билдәле кимәлдәге уңышҡа өлгәшкән һәм тағы ла яҡшыраҡ булдырырға тигән маҡсат ҡуйған йүнселдәр Өфөлә йыйылды
Мәртәбәле йыйын “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” Милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Һәр йүнселгә шәхси сауҙа тамғаһын танытырға, ҡулланыусылар талабына тап килгән тауар йә хеҙмәт тәҡдим итергә, был турала мәғлүмәт таратырға һәм законға ярашлы отчет бирергә кәрәк. Шул уҡ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Калининградта Рәсәй Дәүләт Советы президиумының киңәйтелгән
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Калининградта Рәсәй Дәүләт Советы президиумының киңәйтелгән ултырышы сиктәрендә барған һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша. Өс көн дауамында семинарҙа ҡатнашыусылар төркөмдәрҙә эшләй, 31 октябрҙә Дәүләт Советы ултырышында фекер алышыу өсөн...

Голливуд актерҙары өсөн костюмдар
Өфө оҫталары Голливуд актерҙары өсөн әкиәт һәм йәнһүрәт геройҙары костюмдарын тегә. Тегеү цехы – ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Бында тегенселәр береһенән-береһе ҡупшыраҡ йәнһүрәт геройҙары костюмдарын тегә. Тәжрибәле дизайнер Әлфиә Алексеева цех асылғандан алып эшләй. Персонаждарҙы килештереп...

Киләсәккә билет
Өфөлә уҡыусылары өсөн ,,Киләсәккә билет,, тип исемләнгән фестиваль үтте. Унда буласаҡ студенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һөнәрҙәр менән яҡынданыраҡ таныша алды.Фестивалдә һөнәри йүнәлештең өс этабын үткән уҡыусылар һәм төрлө уҡыу йортонан килгән студенттар, 200 –ҙән ашыу уҡытыусы – навигаторҙар...

Башҡортостанда яңы бассейндар һәм боҙ майҙансыҡтары төҙөләсәк
Башҡортостан хөкүмәтендә әле яңы бассейндар һәм боҙ майҙансыҡтары төҙөү программаһы әҙерләнә. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 4 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә. Шуның яҡынса 1 миллиард 500 миллион һумын, төрлө программаларҙа...

Киләһе йылда торлаҡ төҙөлөшөн дә арттырыу көтөлә
Был күрһәткес буйынса әле Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, быйыл төҙөлөргә тейеш 69 социаль объекттың әлегә етеһе файҙаланыуға тапшырылған, туғыҙы октябрҙә, ҡалғандары...

Благовар районы Языков ауылында эттәр арҡаһында низағ
Урындағы халыҡ берәҙәк эттәрҙе йыйып ихатаһында аҫыраған ҡатынға ҡаршы көрәш башлаған. Күршеләре эттәр балаларға ташлана, ҡош-ҡортто тамаҡлай, тип белдерә. Ә ҡатын “кешеләр мине торлағымдан ҡыуып сығарырға маташа”, тигән фекерҙә. Гөлфиә Кулова кесе ҡыҙын ҡурҡҡан көйө тап итә. Эттәр уратып...

Республикала браконьерҙар ҡулға алынды
Һунарсылар мышы атып алыуҙа ғәйепләнә. Тәртип боҙоусоларҙы ҙур күләмле штрафтар ҙа, иректән мәхрүм итеү ҙә ҡурҡытмай. Улар тик һунар ҡомары менән генә йәшәй. Был һунарсылар үҙ юлында инспекторҙар тап булыр тип һис тә уйламағандыр. Улар ҡурҡыштарынан тәбиғәт һаҡсыларының бөтә талаптарын да...

Бөгөн — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Сәйәси золом — илебеҙ тарихының иң аяныслы биттәренең береһе. Ул йылдарҙы кисергәндәр, хәҙерге оло быуын кешеләре репрессия һүҙенән әле булһа тетрәнә. 1991 йылдың 18 октябрендә РСФСР-ҙа «Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау тураһында»ғы закон ҡабул ителде һәм 30 октябрь — Сәйәси золом ҡорбандарын...

Улар мәңге сафта
Еңеү һөйөнөсөн бөгөнгөләй хәтерләгән һуғыш ветерандары һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянова Башҡортостанда ойошҡан 214-се уҡсылар полкының ветерандар советы рәйесе Хәсән Хөсниризалов менән осрашып шанлы йылдар хәтирәләрен яҙып алды. Хәсән Хөсниризалов үҙенең йәшен хәтерләмәһә лә...
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- 10
- 11
- 12
- 13
- …
- следующая ›
- последняя »