Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар ҡырҡа артҡан

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда  һуңғы аҙнала грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар ҡырҡа артҡан. Табиптар быны тәү сиратта һауа торошоноң бер һыуытып бер йылытып тороуы һәм ҡышҡы каникулдар тамамланыу менән аңлата. Ауырыу кимәле эпидемия сигенән 31 процентҡа юғары. Грипттан һәм йоғошло инфекциянан һаҡланыу өсөн  табиптар Һарымһаҡ ашарға, лимонлы сәй эсергә кәңәш итә.



Последние новости

Яндекс.Метрика