Рәсәй Хөкүмәте пенсия йәшен күтәреү тураһында ҡарар ҡабул итте

Әлегә ошо туралағы закондың айырым положениелары тикшерелә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, закон авторҙары ҡатын-ҡыҙҙарға 63, ирҙәргә 65 йәки барыһы өсөн дә 63 йәштән пенсияға сығырға тәҡдим итә. Хөкүмәттең социаль мәсьәләләр өсөн яуаплы төркөмө бының менән риза түгел һәм ирҙәр 65, ә ҡатын-ҡыҙҙар 60 йәштәр хаҡлы ялға китергә тейеш, тип белдерә. Ҡыҙыу бәхәстәр 2018 йылға тиклем дауам итер, тип көтөлә. Рәсәйҙә әле ирҙәрҙең ғүмер оҙонлоғо 66 йәш. Ҡатындар 11 йылға күберәк йәшәй.

Яндекс.Метрика