Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Чилиҙа янғындар ҡотора. Ут Дичато ҡалаһына уҡ килеп еткән. 800 кеше имен урынға күсерелгән. Меңләгән янғын һүндереүсе утты ауыҙлыҡлай алмай. Чили янғын һүндереүселәренә ярҙамға төрлө илдәрҙән, шул иҫәптән Рәсәй ҡотҡарыусылары ла килде. Донъялағы иң ҙур самолеттарҙың береһе-ИЛ-76 янған биләмәгә 42 тонна һыу ташлай ала.
Ғыйраҡтың Мосул ҡалаһында йәшәүселәр ярҙам һорай. “Ислам дәүләте” террорсыларынан азат ителгән биләмәләрҙә йәшәүселәр ас, яланғас. Гуманитар ярҙам өләшеү күп осраҡта һуғыш һәм талаш менән тамалана. Күп кенә йорттарҙа һыу ҙа, утта юҡ.
Дональ Трамптың иммиграцияны сикләү тураһындағы указы илде икегә бүлде. Социологик тикшереүҙәр указды хуплаусылар 49, уға ҡаршы булыусылар 41 процент булыуын күрһәткән. Аҡ йортта Трамп указын милли имнелекте ҡайғыртыу менән аңлаталар.
Донъяла текә егеттәргә мода бөтә. Англияла  быға тиклем йыл һайын үткәрелеп килгән ярыштар башҡаса ойошторолмаясаҡ. Һуңғы 13 километрлыҡ югереүҙә 42 илдән 5 мең кеше ҡатнашҡан. Ойоштороусылар текә егеттәр ярышының башҡаса ни өсөн булмаясағын аңлатыуҙан баш тартҡан.

 



Последние новости

Яндекс.Метрика