Өфө трамвайына 80 йыл

Өфө трамвайы тарихы 1937-се йылдың беренсе февраленән башлана. Тәүге маршрут – хәҙерге Ленин урамындағы Почтамт бинаһы янынан Пермь урамынаса һуҙыла. 5 моторлы өс тағылма вагон, йылына ете миллион пассажирҙы хеҙмәтләндерә. Трамвайлы Өфөнөң яҙмышы бының менән генә тамамланмай. Баш ҡалала яңы рельстар Бөйөк Ватан һуғышындағы иң ҡатмарлы һәм һынылышлы мәл 1942-се йылда һалына башлай. Өфөнөң электр транспорты системаһы баш ҡаланың үҫеше менән тығыҙ бәйләнештә бара. Трамвай-троллейбустар хәрәкәтенең иң популяр мәле тип уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарын билдәләргә мөмкин. Тик заманында бер-нисә депонан көн һайын юлға сыҡҡан йөҙҙәрсә вагондар урынына хәҙер трамвайҙар өсөн 12, ә троллейбустар өсөн 22  маршрут ҡалған. Әлбиттә, баш ҡалала яңы проекттар ҙа бар. 2025-се йылға тиклем иҫәпләнгән программаны хәҙер Өфө трамвайы киләсәге,  тип аатрға мөмкин. Тик шуныһы, баш ҡалалағы ике деполағы трамвайҙарҙың 90  проценты техник яҡтан иҫкергән. Яңы составтар һатып алыу ҡыйынлығы, технкианың ҡиммәт булыуын бер кем дә йәшермәй. Шуға күрә бөгөн төп көс – ремонт бригадаларында. Пассажирҙар именлеге – 80 йәшен билдәләгән Өфө трамвайы өсөн бөгөн төп бурыс. Ҡыйынлыҡтарға ҡармаҫтан, бөгөн Өфө халҡы трамвай хәрәкәте менән риза. Әйткәндәй, баш ҡалала трамвайҙар йыл һайын уртаса 26 миллион кешене хеҙмәтләндерә. Баш ҡалала электр транспорты хәрәкәтен камиллаштырыу тураһында һүҙҙәр күптән йөрөһә лә, әлегә телгә алырлыҡ миҫалдар юҡ кимәлендә. Мегаполиста метро төҙөү тураһында уйларға иртәрәк. Ҡыҙғаныс, бөгөн трамвай, троллейбустар автоубстарҙы алмаштыра алмай. Миллион кеше йәшәгән ҡала бензинда эшләгән техника төтөнөнә тонсоғорға мәжбүр.Баш ҡаланың төп стратегик транспорт артерияһы  – Октябрь проспектынан трамвай линияларын алыу – ҙур хата. Бында ҡасан рельстар һалыныр. Уны бер кем дә белмәй. Әлегә иһә иртәле-кисле халыҡ ағыулы төтөнгә тонсоға.

Яндекс.Метрика