Ҡытай полицияһындағы танышыу эҙемтәһе

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия университеты ғалимдарының Кембридж университеты тарихсылары менән бәйләнеше тап ошо мәҙәк ваҡиғанан башлана. Ике уҡыу йортоноң фәнни берекмәләре хеҙмәттәшлеген хәҙер халыҡ-ара килешеү менён нығытты. Гуманитар эҙләнеү ысулдары һәм методологияһы лабораторияһы мөдире Татьяна Леонова педагогия университетының тарихҡа мәкиббән киткән ғалимдарының береһе. Тап ул бронза быуатҡа ҡағылышлы тәрән мәғлүмәттәр табыу маҡсаты менән бынан ете йыл элек Ҡытайға, халыҡ-ара кәңәшмәгә барып көтөлмәгән хәлгә тарый. Кембридж университеты ғалимдарын Башҡортостан биләмәһендәге бронза быуаты өлгөләре ҡыҙыҡһындырһа, беҙҙең тарихсылар ҡиммәтле табылдыҡтарҙы өйрәнеү мөмкинлектәрен киңәйтергә теләй. Радиоуглерод, изотоптар ярҙамындағы ысулдарҙан тыш Англияла ҡомартҡыларҙы палеогенетик кимәлдә тикшереп була. Башҡортостан ере тураһындағы мәғлүмәттәрҙе дөйөм донъя тарихына индереү тәү маҡсаттарҙың береһе, ти лабораторияның ғилми хеҙмәткәре Ия Шутелева. Сит ил ғалимдары барлыҡ табылдыҡтарҙың ысын икәненә үҙе инанырға, документ, адрестарҙы шәхсән тикшергәс кенә ҡабул итергә теләй. Кембридж университеты ҡултамға ҡуйылған килешеүҙе үҙе юллаған. Өфөлә уны раҫлау тантанаһы бер яҡлы күренһә лә тарихи мәғәнәһен юғалтмай. Фәнни хеҙмәттәшлекте ҡағыҙҙа теркәп нығытыу күп йыллыҡ әҙерлек һәм эшмәкәрлек һөҙөмтәһе, ти ғалимдар.Педагогия университеты ғалимдарының сит ил хеҙмәттәштәре менән берҙәм эшмәкәрлеген 142 килешеү көйләй. Ике яҡлы эшмәкәрлек тикшеренеүҙәр һәм эҙләнеүҙәрҙәр һөҙөмтәһен яңы кимәлгә күтәрә.Фәнни эшмәкәрлек тураһында халыҡ-ара килешеү нигеҙендә Башҡортостан ғалимдары быйыл йәй үк Ауырғазы районы Мораҙым ауылы тирәһендәге боронғо кешеләр йәшәгән урында ҡаҙыныу эштәрен Кембридж университеты ғалимдары менән бергә үткәрергә ниәтләй. Табылдыҡтарҙы артабан улар ике яҡ мөмкинлектәрен дә файҙаланып тәрәнерәк өйрәнәсәк. 

Яндекс.Метрика