“Ташлы” ял итеү базаһындағы ғәҙәттән тыш хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты

Республиканың тәфтиш комитеты Иглин районындағы “Ташлы” ял итеү базаһындағы ғәҙәттән тыш хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Әле енәйәттең нисек ҡылыныуы һәм уға ҡатнашлығы булған барлыҡ кешеләр асыҡлана. Бер-нисә тикшереү үткәреләсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 ғинуар тюбинг трассаһында тростар өҙөлөп 21 һәм 22 йәшлек ҡыҙҙар йәрәхәтләнгәйне. Именлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәт күрһәтеү статьяһы буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эшен тикшереү барышында ял базаһында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлеше ентекләп ҡараласаҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика