Өфөлә Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһын тәбрикләнеләр

Лиза Әғәҙуллина республикала беренсе булып ошо ҙур исемгә лайыҡ булды. Лиза Әғәҙуллинаны уҡыусылары инеп килгән ерҙән үк ҡосаҡлап алды. Бигерәк тә, интернат тәрбиәләнеүселәренә ул икенсе әсәй кеүек. Ә тулы зал Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһын аяҡ үрә баҫып ҡаршы алды.Был абруйлы исемде алыу хөрмәтенә Лиза Ҡыям ҡыҙының хеҙмәттәштәре, уҡыусылары оло байрам ошойторҙо. Уларҙың һәр ҡайһыһының уҡытыусыларына ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре йөрәктәренән ташып торҙо.Белем алиһәһе тураһында шиғырҙар, китаптар яҙалар, ә уҡыусылары уның эшен дауам итә.Ысынлап та, мәктәптә генә түгел, көндәлек тормошта ла Лиза Ҡыям ҡыҙы ғүмер дәрестәре бирә. Ул тәрбиәләшкән туғандары араһында юғары вазифа биләүселәр булыуы ла  ошоға дәлил. Лиза Әғәҙуллина хеҙмәт юлын тыуған Ҡыйғы районында башлай. 1973 йылдан Өфөгә күсә. Һәм бына 58 йыл инде һайлаған һөнәренә тоғро ҡала.Республиканың тәүге халыҡ уҡытыусыһына Рәсәй кимәлендә лә ошо исем беренсе булып бирелде. Мәскәүҙә ил башлығынан был юғары награданы алғанда ла, Лиза Ҡыям ҡыҙы ошо изге һөнәрҙе мәңгеләштереүсе һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте. Был теләктең асылында бөйөк эштәр башҡарған ябай уҡытыусының абруйын арттырыу. Сөнки тап уҡытыусы тормошта дөрөҫ йүнәлеш бирә, йәмғиәттә үҙ урыныңды табырға ярҙам итә. Ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмәләр,  изге теләктәр, рәхмәт һүҙҙәре – былар барыһы ла уҡытыусының алты тиҫтәгә яҡын тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Рәхмәтле уҡысылары араһында фән докторҙары, абруйлы белгестәр, Рәсәй олимпиадалы еңеүселәре, иң мөһиме, ысын шәхестәр бихисап. Ошондай илдең  лайыҡлы киләсәген тәрбиәләүе – Лиза Ҡыям ҡыҙының  ысын мәғәнәһендә халыҡ уҡытыусыһы икәнен иҫбатлай. Р.С., Р.И., Х-Б. 



Последние новости

Яндекс.Метрика